Найти тему
Башҡортостан гәзите

Һатып алған аҙыҡ-түлек сүплеккә китмәһен тиһәң...

Айырыуса байрамдарға, ҡунаҡ килеүгә артығы менән һый әҙерләү ғәҙәткә ингән. Артып ҡалһа ҡалһын, иң мөһиме етмәй тормаһын, тип тә ебәрәбеҙ.Яңы йыл байрамына ла күрмәҫтәй булып һый әҙерләп, бер-ике көндән боҙолғас, әллә күпме ризыҡ сүп биҙрәләренә оса. Байрамдарҙа ғына түгел , ғәҙәти көндәргә бындай күренеш ят түгел. Ярты икмәкте ашаһаҡ, иҫкерҙе тип яңыһын алып ҡайтабыҙ.Ашалып бөтмәгәне, йә малға , йә сүп биҙрәһенә эләгә. Ашалып бөтмәгән ризыҡ – ул үҙебеҙҙең аҡсаға һатып алынған аҙыҡ –түлек . Тимәк, ошо рәүешле аҡсабыҙҙы ла елгә осорабыҙ. Нисек итеп аҙыҡ-түлекте күпләп ташлау ғәҙәтенән арынырға? Ғәҙәттә, ашауға эш хаҡының арыу ғына өлөшө китә. Аҙыҡ-түлек һатып алыуға аҡсаны алдан планлаштырмаһаң, тотош хеҙмәт хаҡыңдың йотолоуы ихтимал. Мәҫәлән, яҡынса айлыҡ сығымды иҫәпләп, бүлеп ҡуйыу һәм шул сумманан сыҡмаҫҡа тырышыу тик файҙа бирә. Магазинға йыш йөрөмәү, барған саҡта кәрәкле нәмәләрҙең исемлеген төҙөү ҙә төрлөһөн тейәп ҡайтыуға юл ҡуймаҫ. Сөнки икмәк кенә алам тип кергән осраҡта ла кәрәге тейер тип төйәнеп сығыу осраҡтары һәр берегеҙгә лә таныштыр.Тағы ла бер мөһим кәңәш тураһында онотмағыҙ , магазинға ас килеш барыу ҙа аҡсағыҙҙың күп сарыф итлеүенә булышлыҡ итер. Сауҙа нөктәһендә ҙур арба менән йөрөү ғәҙәтенән дә арынығыҙ, тегеһе лә кәрәк, быныһы ла тип, уны тултырғанығыҙҙы һиҙмәҫһегеҙ. Хәҙер күптәребеҙ карта менән иҫәпләшеүгә күсеп бөттө. Сикле күләмдә ҡулаҡса менән магазинға юлланыу ҙа аҡсағыҙҙың һыу кеүек китеүенән һаҡлар. Сөнки һеҙ артығын ала алмасаҡһығыҙ. Ашалмай ҡалған осраҡта ла ризыҡтың боҙолоуына юл ҡуйырға тырышмағыҙ. Ҡайһыларын туңдырғысҡа һалып ҡуйып та һаҡлап булалыр.Мәҫәлән, лимон ашалмаһа, уның тышын тураҡлап туңдырһағыҙ аҙаҡ пирог бешергәндә ҡулланырға мөмкин. Хатта ҡамырығыҙ артып ҡалһа ла, туңдырғысҡа һалып тороп була. Күп итеп өйҙә бешергән ризыҡты контейнерға һалып эшкә алырға ла йыбанмағыҙ. Шулай иткәндә төш мәлендә ашханаға тигән аҡсағыҙ янығыҙҙа ҡалыр. Әгәр ниндәйҙер байрамдан һуң әҙерләнгән ризыҡтың ашап бөтә алмаҫығыҙҙы тойһағыҙ, уны тәмле сағында күршеләрегеҙгә бирергә тырышығыҙ. Бәлки эргәгеҙҙә бешеренергә мөмкинлеге булмаған оло йәштәгеләр йәшәйҙер. “Ҡөрьән ашына тип күп итеп әҙерләнгән аҙыҡты килгән ололарға таратам. Был ризыҡ һеҙҙең өсөн әҙерләнде, уңайһыҙланмай алығыҙ тип әйтәм”, тигәйне бер хәҙрәт. Ысынлап та, үҙҙәре ашарлыҡ ҡына ҡалдырып, ҡалғанын башҡаларға биреү сауап та бит. Сөнки улар өйҙәренә ҡайтҡас, яҡындары менән тағы ла бер ултырып сәй эсеп рәхмәтәрен уҡый. Иң мөһиме аҙыҡ-түлек исраф ителмәй. Автор фотоһы.