Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Яңы йыл төнөндә мәхшәр...

Яңы йыл байрамын көтөлмәгән бәлә-ҡаза менән ҡаршылаусылар булыуы үкенесле. Төнгө сәғәт өстә Дүртөйлө районы Әнгәсәк ауылының Колхоз урамындағы йорттарҙың береһендә янғын сыға. Республика буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хәбәр итеүенсә, бында алты бала тәрбиәләгән ҙур ғаилә йәшәгән. Ярай әле, йортта янғын сығыуын иҫкәртеүсе прибор ҡуйылған булған. Тап шуның иҫкәртеүе арҡаһында барыһы ла иҫән ҡалған. “Янғында бәләгә тарыусылар юҡ. Әсәнең әйтеүенсә, веранда мөйөшөндә ут сығыуын тәүҙә балалар күрә, төтөн тиҙ генә йорт эсенә тарала, извещатель эшләй башлай. Бөтәһе лә ишек аша урамға сығып өлгөрә. Оператив рәүештә килеп еткән ҡотҡарыусылар уттың таралыуын 24 минутта туҡтата, тағы ла 40 минуттан һуң янғын һүндерелә”,– тип белдерҙеләр ведомствола. Янғындың яҡынса сәбәбен гирлянда тоташтырылған удлинителдең төҙөк булмауында күрәләр. Ғаиләне туғандары үҙҙәренә һыйындырған. Оҙайлы ял көндәрендә хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә, уяулыҡты юғалтмаҫҡа саҡырабыҙ. Бәлә-ҡаза аяҡ аҫтында ғына, һаҡ булайыҡ. Фото: Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы.