Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Өфөлә юлдар яҡшыра

2024 йылда “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проекты сиктәрендә (национальный проект “Качественные безопасные дороги”) дөйөм оҙонлоғо 29 километрға тиң 11 юл участкаһы ремонтланасаҡ. Был турала Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы министрлығындағы матбуғат конференцияһында хәбәр иттеләр. Өфө ҡалаһы хакимиәтенең ю л һәм яһалма ҡоролмаларҙы төҙөү, ремонтлау буйынса идаралыҡ етәксеһе урынбаҫары Илшат Фәхретдинов һүҙҙәренә ҡарағанда, бөгөнгө көндә барлыҡ конкурс процедуралары тамамланған, подрядсылар билдәләнгән. -2024 йылда иң мөһим объекттар рәтендә Карпово – Шакша, Затон – Дим, Нижегородкалағы Благовар урамы. Әйткәндәй ул, тиҫтәләгән йылдар дауамында ремонт күрмәгән.Дим районында Магистраль урамы буйынса ла унда йәшәүселәрҙән мөрәжәғәттәр күп булды, ул да ремонтланасаҡ, – тине Илшат Фәхретдинов. –Финанслау күләме яҡынса элекке кимәлдә ҡала һәм 2,4 миллиард һум тәшкил итәсәк. 2023 йылға күҙ һалғанда Өфөнөң 7 урам участкалары төҙөкләндерелгән, уларҙың дөйөм оҙонлоғо 6,5 километрҙан артып китә. Һүҙ Л.Толстой, Галле ҡалаһы исемендәге, Рига, Менделеев һәм башҡа урамдар тураһында бара. Бынан тыш “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проекты буйынса Шакша күперендә лә капиталь ремонт эштәре башланды. Был саралар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарын тормошҡа ашырырға булышлыҡ итә. Фото: “Башҡортостан” ДТРК-һы.