Фекер алыу һөҙөмтәләре Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарына төбәктәге дәүләт ярҙамы сараларының яҡшы булыуын билдәләгән. Анкеталағы һорауҙарға яуап биреүҙә 92 респондент ҡатнашҡан, уртаса баһа мөмкин булған бишәүҙән 4, 27 балл тәшкил иткән.Был иһә үткән йылдың һөҙөмтәһенән 0,2 балға юғарыраҡ. Респонденттарға дәүләт ярҙамы алыу процесының ябайлығын, шарттарын баһалау, ярҙамдың төрлөлөгөн билдәләү тәҡдим ителгән. Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзалов бындай фекер алыу сараларының даими үткәрелеүен билдәләне. -Беҙгә “Ҡулды пульста тотоу” мөһим. Йәғни ваҡытында эшҡыуарҙарҙың төп проблемаларын асыҡлау, ярҙамдың һөҙөмтәлелеген билдәләү кәрәк. Бындай кире бәйләнеш төбәктәге эшҡыуарҙарҙың талаптарын иҫәпкә алып дәүләт программаларын, ярҙамын тулыландырырға, төҙәтергә булышлыҡ итә. “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпри