Найти тему
Башҡортостан гәзите

Ҡунаҡта үҙебеҙҙе тота беләбеҙме?

Йәмғиәттә үҙеңде тотоу буйынса дөйөм ҡабул ителгән ҡағиҙәләр йәшәп килә. Бөгөн уларҙың ҡайһылары тураһында һөйләмәксебеҙ. Ҡунаҡҡа саҡырһалар, шул ваҡытҡа ғына һуңламай барығыҙ, үҙегеҙҙе көттөрмәгеҙ. Ҡунаҡта хужанан тапочкалар көтөп тормағыҙ, шәхси гигиена яғынан да был килешмәй. Шуға ла дуҫтарса осрашыуға тапочкағыҙҙы, күмәк байрамға түфли тотоп барһағыҙ яҡшы булыр. Ҡунаҡта аяҡ кейемһеҙ йөрөү ҡабул ителмәй. “Өйҙәге һымаҡ үҙегеҙҙе хис итегеҙ” тиһәләр ҙә хужаларҙың киң күңеллегенән файҙаланмағыҙ. Телевизор алдына ултырып каналдарҙы күсереү, йәки компьютерға ултырып нимәлер эшләү һеҙҙе биҙәмәй. Дуҫтарығыҙға ниндәй ҙә бүләк тотоп барырға теләйһегеҙ икән, быны ла уйлап хәл итегеҙ. Сувенир, статуэтка кеүек шкафта туҙан йыйып ултыра торған нәмәләр алырға тырышмағыҙ. Китап, душ өсөн гель, төрлө кремдарҙың һәр ваҡыт кәрәге сығасаҡ. Башҡаларҙың бүләген оҡшамаһа ла тикшермәгеҙ. Өҫтәл артында ултырыуҙың да үҙ тәртибе бар. Был кәңәштәр ҙә һеҙгә файҙаға булыр: *Барыһын да ашарға саҡырғас ҡына ризыҡҡа үрелегеҙ, алдан ашай башламағыҙ. *Ҡысҡырып һөйләшмәгеҙ, үҙегеҙҙе ипле тотоғоҙ. *Башҡаларҙың һүҙенә ҡушылып ултырһағыҙ ҙа, ризыҡ тулған ауыҙ менән һөйләшмәгеҙ. *Сәпелдәмәй, тауыш сығармай ғына ашағыҙ, тәрлинкәгә эйелеп ашау ҙа матур түгел. *Аш-һыу приборҙарын ҡуллана белегеҙ. Уларҙы яңылыш төшөрөп ебәрһәгеҙ, алырға өҫтәл артына төшөп китмәгеҙ. *Дөйөм тәрлинкәгә ҡуйылған икмәк, печенье, емеш-еләкте ҡул менән алырға мөмкин. *Дөйөм блюдолар өсөн сәнске йәки лопатка ҡулланығыҙ. *Икмәкте тотоп ҙур итеп тешләп ашау түгел, һындырып, ваҡлап ҡабыу дөрөҫ. *Өҫтәл артында аяҡтарығыҙҙы йәйеп ултырмағыҙ. *Терһәгегеҙҙе өҫтәлгә ҡуймағыҙ. Ҡунаҡтан ваҡытында китә белеү ҙә мөһим. Барыһы менән дә бергә йәки 1-2 ҡунаҡтан һуң ҡуҙғалһағыҙ һәйбәт булыр. Аҙаҡҡа тиклем ҡунаҡ булып ултырыу килешмәй. Шулай уҡ үҙегеҙ менән балаларығыҙҙы йөрөтөү ғәҙәтенән арынығыҙ. Ололар араһында бәләкәстәргә лә уңайлы булмаҫ, өлкәндәр ҙә рәхәтләнеп ял итә алмаҫ. Автор фотоһы.