Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Смаҡайҙар һалдаттарҙы хәстәрләй

Ишембай районының Смаҡай ауылы ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы ағзалары махсус-хәрби операцияла ҡатнашыусы ир-егеттәргә ҡулдарынан килгәнсә ярҙам күрһәтә. Яңыраҡ ҡына ауылдың гүзәл заттары 305 окоп шәмдәре эшләгән, был изге эште башҡарыуға мәктәп уҡыусылары ла ярҙам иткән. Ауыл халҡы ла битараф ҡалмаған: эш ырамлы булһын өсөн 40 килограмлап балауыҙ, 50 килограмлап парафин килтергәндәр. Уңғандар йылы бирсәткәләр бәйләргә лә өлгөрә. Йыш ҡына ауылдың ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы рәйесе Фәүзиә Насырованың йортона бәйләмгә йыйылалар. Берҙәмлектә – көс, икәнлеген аңлап, ошолай ҙур эштәр башҡарлар. Ялға ҡайтҡан һалдаттар ҙа килеп ҡатын-ҡыҙҙар әҙерләгән әйберҙәрҙе алып китә. Фото: Фәүзиә Насырова архивынан.