Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

"Атайым менән әсәйем өсөн ҡурҡам..."

Заман хикмәттәренең бе­реһен иҫкә төшөрәйек. Уҡы­тыусы тәрән уйға батып ул­тырған малайға иғтибар иткән. – Берәй нәмәгә борсола­һыңмы әллә? – тип һораған ул. – Эйе. Атайым менән әсә­йем өсөн ҡурҡам... – Бәй, ниңә? – Атайым беҙҙе, балаларын, ашатыу-эсереү, кейен­дереү, уҡытыу өсөн өҙлөкһөҙ эшләй, төнгө сменаға сыға. Әсәйемдең дә бер ҡасан да бушағаны юҡ: бешерә, йыйыштыра, йыуа, тегә, бәй­ләй... Беҙ мохтажлыҡ кисер­мә­һен өсөн баш күтәрмәй эшләйҙәр. – Ә һине нимә хәүеф­ләндерә һуң? – Туҡтауһыҙ эшләүҙән арып, хәлдән тайып, беҙҙән ҡасып китеп ҡуймаһындар тием... Хикмәттән күренеүен­сә, әҙәм балаһы тормошонда ялға урын булмауҙың кире эҙемтәләргә килтереүе ихтимал. Үҙеңә генә түгел, тотош ғаиләңә ауырлыҡ тыу­ҙырыуың бар. Динебеҙ быны хупламай. “Ваҡыты-ваҡыты менән күңелегеҙгә лә ял биреп тороғоҙ. Ул арыһа, тал­сыҡһа, күп нәмәне тоймай, күрмәй башлар”, – тигән пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм. Тимәк, күңел “һуҡырайһа”, бөтә тормошто “саңлауы” ихтимал. Ялдарыбыҙ матур, файҙалы үтһен! Ғин

Заман хикмәттәренең бе­реһен иҫкә төшөрәйек. Уҡы­тыусы тәрән уйға батып ул­тырған малайға иғтибар иткән. – Берәй нәмәгә борсола­һыңмы әллә? – тип һораған ул. – Эйе. Атайым менән әсә­йем өсөн ҡурҡам... – Бәй, ниңә? – Атайым беҙҙе, балаларын, ашатыу-эсереү, кейен­дереү, уҡытыу өсөн өҙлөкһөҙ эшләй, төнгө сменаға сыға. Әсәйемдең дә бер ҡасан да бушағаны юҡ: бешерә, йыйыштыра, йыуа, тегә, бәй­ләй... Беҙ мохтажлыҡ кисер­мә­һен өсөн баш күтәрмәй эшләйҙәр. – Ә һине нимә хәүеф­ләндерә һуң? – Туҡтауһыҙ эшләүҙән арып, хәлдән тайып, беҙҙән ҡасып китеп ҡуймаһындар тием... Хикмәттән күренеүен­сә, әҙәм балаһы тормошонда ялға урын булмауҙың кире эҙемтәләргә килтереүе ихтимал. Үҙеңә генә түгел, тотош ғаиләңә ауырлыҡ тыу­ҙырыуың бар. Динебеҙ быны хупламай. “Ваҡыты-ваҡыты менән күңелегеҙгә лә ял биреп тороғоҙ. Ул арыһа, тал­сыҡһа, күп нәмәне тоймай, күрмәй башлар”, – тигән пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм. Тимәк, күңел “һуҡырайһа”, бөтә тормошто “саңлауы” ихтимал. Ялдарыбыҙ матур, файҙалы үтһен! Ғинуар айына намаҙ ваҡытын тәҡдим итәбеҙ (Башҡортостан мосолмандары Диниә назаратынан алынды). Фото: vk.com/ufa_barakat