Найти тему
Башҡортостан гәзите

Сажиҙә ҒИЛМЕТДИНОВА тыуған көнөн билдәләй!

Бөгөн хөрмәтле хеҙмәттәшебеҙ Сажиҙә ҒИЛМЕТДИНОВА тыуған көнөн билдәләй! Сажиҙә Хәйрәзи ҡыҙы йәмле Архангел районының Аҙау ауылында тыуып үҫкән. Ул үҙенең тыуған төйәген ожмахҡа тиңләй. Сажиҙә Ғилметдинова "Башҡортостан" республика гәзитендә 1986 йылдан бирле эшләй, бурысына бик яуаплы ҡарай, һөнәрен ярата. Авторҙарҙың ҡулдан яҙылған мәҡәләләрен машикала баҫыу еңелдән түгел икәнен беләбеҙ. Шуныһы, хеҙмәттәшебеҙҙе коллективта ныҡ хөрмәт итәләр, ғөмүмән, уның абруйы ситтә лә бик юғары. Сажиҙә Хәйрәзи ҡыҙының хеҙмәте юғары баһаланды – ул Башҡортостан Республикаһы Башлығының Почет Грамотаһы менән бүләкләнгән. Сажиҙә ханым иренә тоғро ҡатын, балаларына хәстәрлекле әсәй. Әйткәндәй, Ғилметдиновтар улы Рөстәмде һәм ҡыҙы Лилиәне башлы-күҙле иткән. "Ике ейәнсәрем буй еткерә, баланың балаһы балдан татлы" тигәнде улар тыуғас аңланым", – тип шатлығы менән уртаҡлаша ул. Сажиҙә Ғилметдинованы күркәм байрамы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ! Ғаилә бәхете, тыныс тормош һәм ҡоростай һаулыҡ теләйбеҙ! Ғүмереңдең яҡты киләсәген Алһыу таңдар аша ҡаршыла, Юлдарыңда булһын гел шатлыҡтар, Бәхет көтөп торһон ҡаршыңда! Иң изге теләктәр менән, "Башҡортостан" гәзите.