Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Телевизорҙан сәләм әйтеп ултырырмын!

Гәзитебеҙҙең бөгөнгө ҡунағы – Башҡортостан юлдаш телевидениеһында “Бәхетнамә” тапшырыуын алып барыусы Миңзиә Каспранова. Күптәр уның менән зәңгәр экрандар аша таныш. Һөнәргә килеү юлдары, тормошон тулыландырған шөғөлдәре һеҙгә лә ҡыҙыҡлы булыр. –Миңзиә, тәүге һорау – ҡайһы яҡтанһың һәм журналистикаға нисек килдең? –Баймаҡ ҡалаһында тыуып үҫтем. Унда 1-се мәктәпте көмөш миҙалға тамамлап, Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетытының башҡорт-инглиз бүлегенә уҡырға индем. Уҡыу йортон тамамлағас, бер аҙ инглиз теле уҡытыусыһы булып эшләп алдым. Ләкин ҙур ҡалала бәләкәй генә хеҙмәт хаҡына йәшәү еңел түгел ине, шуға эште алмаштырырға тура килде. “Өфө” халыҡ-ара аэропортында диктор булып та эшләнем, унда башҡорт, рус, инглиз телдәрен белеү талап ителә ине. Ләкин бында миңә ижад етмәне, күңелем яңылыҡҡа ынтылды. Миндә бер ҡасан да журналист булыу теләге булманы. Шулай ҙа байтаҡ йылдар үткәс, бала саҡта ундай хыялым булыуын бер инәйем хәтергә төшөрҙө.

Гәзитебеҙҙең бөгөнгө ҡунағы – Башҡортостан юлдаш телевидениеһында “Бәхетнамә” тапшырыуын алып барыусы Миңзиә Каспранова. Күптәр уның менән зәңгәр экрандар аша таныш. Һөнәргә килеү юлдары, тормошон тулыландырған шөғөлдәре һеҙгә лә ҡыҙыҡлы булыр. –Миңзиә, тәүге һорау – ҡайһы яҡтанһың һәм журналистикаға нисек килдең? –Баймаҡ ҡалаһында тыуып үҫтем. Унда 1-се мәктәпте көмөш миҙалға тамамлап, Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетытының башҡорт-инглиз бүлегенә уҡырға индем. Уҡыу йортон тамамлағас, бер аҙ инглиз теле уҡытыусыһы булып эшләп алдым. Ләкин ҙур ҡалала бәләкәй генә хеҙмәт хаҡына йәшәү еңел түгел ине, шуға эште алмаштырырға тура килде. “Өфө” халыҡ-ара аэропортында диктор булып та эшләнем, унда башҡорт, рус, инглиз телдәрен белеү талап ителә ине. Ләкин бында миңә ижад етмәне, күңелем яңылыҡҡа ынтылды. Миндә бер ҡасан да журналист булыу теләге булманы. Шулай ҙа байтаҡ йылдар үткәс, бала саҡта ундай хыялым булыуын бер инәйем хәтергә төшөрҙө. “Мин үҫкәс, телевизорҙа эшләйәсәкмен. Унан һеҙгә сәләм әйтеп ултырырмын”, тип әйткәнмен икән. Әлбиттә, уны үҙем хәтерләмәйем. Был һөнәрҙең нескәлектәрен миңә иң беренсе Сибай телевидениеһы асты, тап унда журналистика мине ғүмерлеккә үҙенә ғашиҡ итте. Үҙем теләгән ижад донъяһының тап уртаһында ҡайнап йәшәй башланым. Ундағы ике йыл ғүмерем ике көндәй үтеп китте. Ләкин тағы нығыраҡ үҫкем, яңы тәжрибә туплағым килде. Шуға ҡабаттан Өфөгә күсеп БЮТ-та яңылыҡтар хеҙмәтендә эш башланым. Бында килеү тормошомдо ла үҙгәртте. Ошонда үҙемдең яртымды таптым. Тормош иптәшем Азат Каспранов та телевидениела хеҙмәт итә. Кейәүгә сығып, балалар мәшәҡәтенә күмелдем. Декреттан сыҡҡас, әсәй кешегә яңылыҡтарҙа эшләү бик ауыр икәнлеген аңланым. Унда көн-төн тимәй эшләргә кәрәк, киске 10-да ла ҡайтып ингән саҡтар була торғайны. Шамонин ауылында йәшәгәс, юл да күп ваҡытты ала. Шуға тынысыраҡ эш булыр тип уйлап, балалар бер аҙ үҫкәнсе, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының, Халыҡтар дуҫлығы йортоноң матбуғат хеҙмәтендә эшләп алдым. Журналистика өлкәһенән алыҫ китмәнем, ләкин һәр ваҡыт телевидениены һағындым. Декрет ялында ултырғанда уҡ “Бәхетнамә” тапшырыуына алып барыусы итеп саҡырғайнылар. Балалар бер аҙ үҫкәс, күңелем ятҡан һөнәргә башкөллө сумдым. Командабыҙ бик татыу. Был тапшырыуҙа һәр тема йөрәк аша үтә. Тура эфир ваҡытында төрлө өлкәләрҙән дә шылтыраталар. Тамашасылар үҙҙәре лә темалар тәҡдим итә. Улар менән матур бәйләнеш булдырылған. Мин блогер булараҡ та үҙемде үҫтерәм. Журналист кешегә был ауыр түгел. Сәхифәләр алып барыу буйынса курстар ҙа үттем. “Матур яҙыу дәфтәре“ тигән башҡортса текстар марафонын үткәрәм. Башҡортса яҙып та шәп блогер булырға мөмкин тигән маҡсат ҡуйҙым. –Эфирҙа төрлө көтөлмәгән хәлдәргә лә тарырға тура киләлер? –Ундай хәлдәр ҙә булғылай. Тура эфирҙа яңылыҡтарҙы яттан һөйләмәйһең, текстан уҡый бараһың бит инде. Ғәҙәттә, телесуфлер тексты яйлап ҡына өйөрөлтә бара. Мин эшләгән студияла алып барыусы үҙе аяғы менән баҫып әйләндерә ине. Һөйләгән сағымда текст артабан китмәне лә ҡуйҙы. Нимә эшләргә лә белмәнем тәүҙә. Бар көсөмә нығыраҡ баҫҡас, эшләп китте. Секунд эсендә булһа ла, был ваҡиға ныҡ хәтерҙә уйылып ҡалды. –Журналист булмаһаң, ҡайһы юлды һайлар инең? –Уҡытыусы булыр инем. Бәлки, тел буйынса белгес булып китер инем, сөнки диплом эшем дә башҡорт, рус, инглиз телдәрендә ҡылым формаларын сағыштырыуға арналғайны. Уны бик яратып башҡарҙым. –Тормошта һин ниндәй һәм тормош нисек үҙгәртте? –Миңә ҡарау менән холҡомдо асыҡтан-асыҡ белеп булалыр. Ихлас, хәйләһеҙмен, кеше менән һүҙгә килешергә яратмайым, йомшаҡ күңеллемен. Кемгәлер ҡаты ҡағылғандарын яратмайым. Үҙеңә ҡарата ниндәй мөнәсәбәт теләйһең, башҡаларға ла шундай мөғәмәлә бул, тип әйтәләр бит, был һүҙҙәр тормошомдоң девизы һымаҡ. Ғүмер тиҙ үтә. Шуға һәр көндөң ҡәҙерен белеп, матур итеп йәшәргә кәрәк. Был һүҙҙәрҙең мәғәнәһен төптән аңлап әйтәм. Атайымдың мәрхүм булыуы ошо төшөнсәләрҙе аңларға ярҙам итте. Ул дүрт йыл элек 66 ғына йәшендә беҙҙе мәңгелеккә ҡалдырып китте. Атайҙың үлеме мине тетрәндерҙе, хатта икенсе кешегә әйләндерҙе. Автобуста, башҡа ерҙә атайым йәшендәге кешеләрҙе күрһәм, күңелем тула. Бала саҡтағы хәтирәләр йыш иҫкә төшә. Атайымдың һүҙҙәре, йылмайыуы – барыһы, барыһы ла иҫтә. Ул беҙҙе нисек матур итеп үҫтерһә, балаларыма ла тап шундай мөнәсәбәттә булырға тырышам. –Ғаиләң, буш ваҡытта нисек ял итергә яратыуығыҙ тураһында ла белге килә... –Тормош иптәшем Азат менән өс бала тәрбиәләйбеҙ. Өлкән улыбыҙ Ришатҡа – 13 йәш, уртансыбыҙ Хәмиткә – 10 , Нурия ҡыҙыбыҙға ете йәш. Декрет ялына сығып, балалар менән ултырыу ҙа тормошома яңы һулыш индерҙе. Был ваҡытта яңы һөнәрҙәр үҙләштерергә өлгөрҙөм. Тәүҙә һабын эшләү менән мауығып киттем. Икенсе бала менән декретта саҡта заказға бәлештәр, сәк-сәк, бауырһаҡ бешерҙем. Элек Шамонинда пекарня, магазиндар бик юҡ ине. “Тантаналарға өйҙә бешерелгән бәлештәр кәрәк тигән иғландар күбәйеп китте. Тик ултырғансы, бешерәйем тип тотондом. Сәк-сәкте әсәй, өләсәй өйрәткәнсә бешерә инем, ә бауырһаҡ бешерергә өйрәнер өсөн башҡа райондарҙың аш-һыу оҫталарына йөрөнөм. Хатта пекарня асырға тигән уй ҙа булды. Ләкин минән эшҡыуар сыҡмай тип был шөғөлөмдө туҡтатып ҡуйҙым. Ә өсөнсө декрет ялында төрлө турҙар, походтар ойоштороу менән мауығып киттек. Тәүҙә ғаилә менән республикабыҙҙың матур урындарында булдыҡ. Социаль селтәрҙәрҙә беҙҙең фотоларҙы күреп, “Беҙҙе үҙегеҙ менән алығыҙ әле, юлды белмәйбеҙ” тип, таныштар мөрәжәғәт итте. УАЗ машинаһы һатып алып, башҡаларҙы ла йөрөтә башланыҡ. Иремдең туризм буйынса инструктор белеме булыуы ла быға этәргес биргәндер. Балалар ҙа сәйәхәт итергә ярата. Был эшебеҙҙе киләсәктә дауам итергә тигән теләк бар. Йыл да Бөрйән, Белорет райондарында Ағиҙел йылғаһы буйлап ағып төшәбеҙ. Иптәшем, иртәгә минең ялым, берәй ергә барабыҙмы, тиһә, тиҙ генә күтәрелеп сығырға әҙер генә торабыҙ. Тәбиғәткә сыҡҡанда йолабыҙ ҙа бар. Барған ерҙә сүп-сар йыябыҙ, ошо рәүешле тирә-йүнде лә таҙартабыҙ. Ҡайҙа барһаҡ та, балаларға был урындарҙың тарихын, үҙенсәлеген һөйләйбеҙ. Үҙебеҙҙең тыуған яҡ тәбиғәтенә һөйөү тәрбиәләргә тырышабыҙ. –Күңелеңә ятҡан тағы ниндәй шөғөлдәрең бар? –Бәйләү һәм китап уҡыу. Бәйләү сире студент саҡта “йоҡто”. Балалар бәләкәй булғанда был шөғөлдө онотоп торҙом. Әле яңыраҡ ҡабат ҡулға алдым. Шул тиклем һағынғайным. Китап уҡыу ҙа бала саҡтан һеңгән. Атай менән ярышып китап уҡыныҡ.”Ағиҙел” журналы килһә, атай йәшереп кенә уҡый ҙа, аҙаҡ килтереп сығара торғайны. Тыуған көнгә иң шәп бүләк – китап тигәндәре, тап минең кеүек кешеләргә ҡағыла. Ҡайным да китап уҡырға яратты. Ул бөтә китаптарын миңә бүләк итте. Хәҙер беҙҙең өйҙә шул тиклем китап күп, хатта айырым китапхана бүлмәһе лә артыҡ булмаҫ ине. –Оҙаҡ батырсылыҡ итмәй тороп, шул хисеңде еңә алғаның булдымы? –Булды ундай хәл. Байтаҡ йылдар элек машина йөрөтөүгә уҡып, танытма алғайным, ләкин үҙаллы рулгә ултырырға ҡурҡтым. Йылдар үткәс, балалар хаҡына үҙемде еңергә тура килде. Өлкән улым мәктәпкә йөрөй башлағайны, уртансыһы ике йәштәрҙә, кескәй ҡыҙым бер нисә айлыҡ ҡына ине. Ирем командировкаға сығып китте, улымды мәктәпкә илтеү бурысы миңә тороп ҡалды. Мәктәп йыраҡ, йәйәү барып етермен тимә. Өс баламды ла машинаға ултыртым да тәүәккәлләнем. Йән тирҙәре сығып, мәктәпкә барып еттем, ләкин ҡайтырға сыҡҡайным, тар ғына тыҡрыҡта юғалып ҡалдым. Машинаны ҡабыҙа алмайым да ҡуям. Етмәһә, артымда техника йыйылып китте. Бер аҙ тынысланғас ҡына ҡуҙғала алдым. Хәҙер Өфөнөң үҙәгендә лә йөрөргә өйрәндем. –Тормошта ҡайҙан көс алаһың? –Миңә тыуған яғым көс бирә. Баймаҡҡа – әсәйем янына йыш ҡайтырға тырышабыҙ. Шулай уҡ ҡайтҡан һайын Ирәндек тауына менергә яратам. Беҙҙең ғаиләнең тағы бер үҙ иткән урыны – Ирәмәл. Унда шул тиклем һоҡланғыс күренеш, уны һүҙ менән генә аңлатып булмай. -Йәшәү девизың? –Кеше был донъяға килгән икән, мөмкин тиклем күберәк изгелек ҡылырға, бер-береһенә ярҙам итергә тейеш. Был донъяны нисегерәк матурлай алабыҙ – һәр ҡайһыбыҙ ошо хаҡта уйланһын ине.Был ябай һүҙҙәр түгел. Йәшәй -йәшәй ошондай һығымтаға килтерҙе был тормош. –Әңгәмәң өсөн рәхмәт. Фото: шәхси архивтан.