Балаҡатай районының Түбәнге Үтәш ауылында йәшәгән ҡул эштәре оҫтаһы Рифат Кәрәмәт улы Тәҡиев халыҡ араһында киң билдәлелек яулаған, абруйлы кеше. Ябай ҙа, булдыҡлы ла, уңған да, тиҙәр уның тураһында ауылдаштары. “Дәртле лә, матурлыҡҡа мөкиббән ғашиҡ та кеше”, тип өҫтәргә мөмкин булыр ине. Үҙенең ихатаһында йыл да ҡар-боҙҙан төрлө һындар эшләп, ауылдаштарының кәйефен күтәргән, киң күңелле Рифат Кәрәмәт улының мауыҡтырғыс шөғөлө һәр кемдә һоҡланыу тыуҙыра. Махсус белеме булмаһа ла, тәбиғәт биргән һәләтенә таянып, йыл хужаһы – Аждаһаның, әкиәт геройҙары образдарын үҙенсәлекле аса алған ул. Фото: https://vk.com/gbelokatay