2023 йылда Башҡортостан эшҡыуарҙарҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса вәкилдең (бизнес-омбудсмен) йәмәғәт ярҙамсылары муниципаль берәмектәрҙә 1500-ҙән ашыу эшҡыуарға консультация үткәргән. Был турала Башҡортостан Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итә. Вәкил аппараты мәғлүмәттәре буйынса, йәмәғәт ярҙамсылары ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре, дәүләт һәм муниципаль заказдар, һалым, төҙөлөш, торлаҡ, банкротлыҡ, корпоратив, гражданлыҡ һәм енәйәт хоҡуғы буйынса консультациялар биргән. Әлеге ваҡытта республиканың ҡала һәм райондарында 70 йәмәғәт ярҙамсыһы эшләй. Даими ҡабул итеүҙәрҙән тыш, улар бизнесты алып барыу, эшҡыуарҙарҙың хоҡуҡтарын һәм законлы мәнфәғәттәрен яҡлау буйынса консультациялар, эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә йүнәлтелгән түңәрәк өҫтәлдәр һәм осрашыуҙар, башҡа саралар үткәрә. Эшҡыуарҙарҙың теләгенә ярашлы, улар шулай уҡ тикшереүҙәрҙә һәм профилактик визиттарҙа ла ҡатнаша ала. Эшҡыуарҙарҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса вәкил Ирина Абрамова билдәләүенсә, йәмәғәт ярҙамсылары эшмәкәрлеге республиканың ҡала-райондарында йәшәгән эшҡыуарҙарҙың мөржәғәттәре буйынса тиҙ арала ярҙам ойошторорға мөмкинлек бирә. Муниципалитеттарҙағы ярҙамсылар буйынса мәғлүмәт вәкилдең рәсми сайтында урын алған. Уларға шулай уҡ 8-(347) 218-18-18 телефоны буйынса шылтыратырға ла була. Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru/news/22682/
Эшҡыуарҙарға омбудсмендың йәмәғәт ярҙамсылары булышлыҡ итә
31 декабря 202331 дек 2023
1 мин