Башҡортостан Журналистар союзы рәйесе, “Башҡортостан” гәзитенең баш мөхәррире Вәдүт Исхаҡов Донецк Халыҡ Республикаһы Журналистар союзы рәйесе Виктор Петренконан Яңы йыл менән ҡотлау алды. “Хөрмәтле Вәдүт Ғәйфулла улы! Етеп килгән байрамдар менән ҡотлауҙар ҡабул ит! Ныҡлы һаулыҡ, именлек, бәхет, тыныслыҡ, ижади көс һәм бөтә изге башланғыстарҙа уңыштар теләйбеҙ. Һәр журналист өсөн яҡынлашып килгән, 2024 йыл изге һәм шатлыҡлы булһын, уңыштар һәм яңы ижади ҡаҙаныштар йылы булһын! Унда яҡшы һөҙөмтәләр, еңеүҙәр һәм ыңғай тәьҫораттар күп булһын! Яңы йыл менән, дуҫтар! Яңы бәхет менән!” - тип яҙған ул. Байрам менән бөтәгеҙҙе лә!