Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы йылға яҡынса йомғаҡ яһаны. Республиканың торлаҡ-коммуналь хужалығы – күп тармаҡлы комплекс. Унда 25 меңдән ашыу кеше эшләй, бер нисә йөҙ ойошма 18 меңдән артыҡ йортто йылылыҡ, һыу, газ, электр энергияһы һәм башҡа хеҙмәттәр менән тәьмин итә. Был тармаҡтың стратегик маҡсаттары үҙгәрмәй: был республика халҡының тормошон уңайлы, хәүефһеҙ итеү, ныҡлы һәм тотҡарлыҡһыҙ хеҙмәттәр күрһәтеү, уларҙың сифатын арттырыу. Уҙып барған йылда ла министрлыҡтың, район-ҡалалар хакимиәттәренең, ойошмаларҙың эше милли проекттарға, дәүләт һәм республика программмаларына ярашлы алып барылды. Бынан алдағы кеүек үк, 2023 йылда ла йәмәғәт киңлектәрен, йорт ихаталарын, биләмәләрен төҙөкләндереүгә, подъездарҙы рәтләүгә һәм күп фатирлы йорттарҙы капиталь ремонтлауға айырым иғтибар бирелде. Был эштәр, шулай уҡ уңайлы ҡала мөхите булдырыуға иң яҡшы проекттар буйынса бөтә Рәсәй конурсында еңеп сыҡҡан эштәрҙе тормошҡа ашырыу буйынса саралар дауам ителә. Бынан тыш, социаль әһәмиәтле п