Бай презентация программаһы 8 ғинуарға тиклем бара. Майҙанды ойоштороусылар - Башҡортостан Республикаһының Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы менән “Туризмды үҫтереү үҙәге”. Республиканың алдынғы туроператорҙары: тау саңғыһы курорттары һәм үҙәктәре, шифаханалар, геопарктар үҙ проекттарын тәҡдим итә. Был хаҡта министрлыҡтың матбуғат хеҙмәте хәбәр итә. Сара ҡунаҡтары республиканың иҫтәлекле урындары тураһында викториналарҙа һәм Башҡортостанға турҙар уйнатыуҙа ҡатнаша. Яңы йыл каникулы ваҡытында Ҡыш Бабайҙың Мәскәүҙәге резиденцияһы футуристик космос карабында урынлаша. Ҡунаҡтарҙы Ҡарһылыуҙан күңелле уйындар, викториналар һәм татлы приздар көтә. Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының милли биҙәүестәрен эшләү оҫтаһы Румия Рыҫмөхәмәтова оҫталыҡ дәрестәре ойоштора, башҡорт Ҡарһылыуы һәм Һылыуҡайы ҡиәфәтендәге биҙәүестәр эшләргә өйрәтә. Һәр теләгән кеше башҡорт милли уйын ҡоралдарында уйнап, “башҡорт ҡыҙы” тигән шыршы уйынсығы эшләп ҡарай ала. Мәғлүмәт, фото - Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы һәм “Туризмды үҫтереү үҙәге”нән.
Башҡортостан Мәскәүҙә туристик мөмкинлектәрен күрһәтә
31 декабря 202331 дек 2023
~1 мин