Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте премьер-министры Андрей Назаров донъя кимәлендәге вуз-ара кампустың беренсе сиратын төҙөү тамамланышын тикшерҙе. Сарала икенсе этап төҙөлөшө буйынса эшлекле кәңәшмә лә булды. Андрей Назаров төҙөүселәргә рәхмәт белдерҙе һәм уҡыу йоттарының, индустриаль партнерҙарҙың кампусҡа инеү графигын раҫланы. “Беҙ ярайһы уҡ амбициялы бурысты үтәнек. Беренсе этап эштәре ҡыҫҡа ваҡыт эсендә тамамланды. Ғинуарҙа юғары дәрәжәле ҡунаҡтар ҡатнашлығында тантаналы рәүештә яңы ғилми лабораторияларҙы асырбыҙ”, – тине премьер-министр. Министрҙар кабинеты етәксеһе билдәләүенсә, Башҡортостан фәнни һәм белем биреү компетенциялары менән көслө. Өфө кампусында планлаштырылған фәнни тикшеренеүҙәрҙең үҙенсәлектәре ғәмәлдәге компетенциялар, шулай уҡ Рәсәйҙең фәнни-техник үҫешен һәм лидерлығын тәьмин итеүсе йүнәлештәр нигеҙендә формалаша, тип билдәләне А. Назаров. Был – биомедицина һәм генетика, инжиниринг һәм алдынғы етештереү технологиялары, һанлы һәм йәшел химия, шулай уҡ яңы йәшәү