Башҡортостан компетенциялар үҙәге эксперттары “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проектында (национальный проект “Производительность труда” ) ҡатнашҡан предприятиеларҙан һаҡсыл технологиялар буйынса белгестәрҙе – 125 инспекторҙы уҡытҡан. Был хаҡта республиканың Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрлығы хәбәр итә. Инструкторлыҡҡа кандидат булған һәр кем ике ай ярым дауам иткән курстарҙа махсус әҙерлек үткән. Үҙәк эксперттары һаҡсыл етештереүҙәге инструменттар һәм алымдар буйынса төрлө семинарҙар, тренингтар үткәргән. Уҡыу тамамланғандан аҙаҡ сетификаттар тапшырылған. Фото: economy.bashkortostan.ru