(Булған хәл) Был мөғжизәгә тартым ваҡиға Яңы йыл алдынан күрше өлкәнең бәләкәйерәк ҡалаһында байтаҡ йылдар элек, машиналар әҙ булып, йомош-юлға трактор йә ат менән йөрөгән, фатирҙы бушҡа сират буйынса алған замандарҙа булған. Хәҙер был хәлде һөйләһәң дә, ысынбарлыҡта шулай булғанына ышаныусылар һирәк табылыр. ...Атай-әсәйһеҙ тороп ҡалған Сания исемле ҡыҙ бәләкәй ҡалалағы заводҡа эшкә урынлаша. Күп тә үтмәй, шунда берәүгә кейәүгә сыға. Йәш ғаилә фатирға сиратта тора, тик уның осо-ҡырыйы күренмәгәндәй, ятаҡта ла урын табылмай, шунлыҡтан ваҡытлыса туғандарының бер бүлмәһендә өйҙәш булып йәшәп торорға һөйләшәләр. Өс балаһы ҙурайып ҡырға китеп бөткән ирле-ҡатынлы йыш ҡына бергәләп эсеп алырға ярата, шунан инде ыҙғыш сығыуға ла күп ҡалмай. Бындай йәшәү рәүеше йәштәрҙең үҙ-ара мөнәсәбәтенә лә кире йоғонто яһамай ҡалмай, әлбиттә. Санияның иренең дә эшенән һуңлап, эсештереп ҡайтҡан ваҡыттары йышая. Йәш ҡатын ошо ике ут араһында оҙаҡ ҡына сыҙап йәшәй. Әйберен төйнәп, ауылға ата-әсәһенән ҡалған б