Әлеге ирем менән икебеҙҙең дә тәүге ғаиләбеҙ бар ине, тик ул да, мин дә уңманыҡ. Шулай ҙа яҙмыш беҙҙе ҡауыштырҙы, матур ғына йәшәп алып киткәйнек тә бит... Ҡыҙҙарыбыҙ ҙа үҙебеҙ менән. Минекенә - 12, ә иремдекенә - 8 йәш. Уртаҡ балабыҙ юҡ… Мин уның ҡыҙын тәү күреүҙән яҡын иттем, үҙ баламдай ҡараным. Әсәһенән күңел наҙы күрмәгән бала ла миңә тартылды, "әсәй" тине. Ирем ғаиләбеҙҙе бик ярата, эштән һәр саҡ ашҡынып, һағынып ҡайта. Барыһы ла яҡшы һымаҡ та бит... Тик бына минең ҡыҙым менән аралары һәйбәттән түгел. Был аңлашыла инде, үҫмер саҡта ят кешене ҡабул итеүе ауыр. Яйлап, бәлки, өйрәнеп китер тип өмөтләнәм. Күңелде икенсе нәмә өйкәй... Үҙем – өйҙә хужабикәмен, йорттағы барлыҡ мәшәҡәт минең өҫтә. Шулай уҡ иремдең ҡыҙы менән төрлө түңәрәктәргә йөрөйбөҙ. Башланғыс класта ғына уҡығас, өйгә эште лә бергәләп башҡарабыҙ. Ирем үҙ ҡыҙы өсөн аҡсаһын бер ҙә йәлләмәй – бар сығымдарҙы ҡыйынһынмай ваҡытында түләп бара. Ә бына минең балама килгәндә... Уның өсөн быға тиклем үҙем түләп торҙом, йыйған аҡсам бар ине. Әле килеп, Яңы йыл байрамына әҙерлек өсөн уңайһыҙланып ҡына иремдән һорағайным, уның бит үҙ атаһы бар, тип кенә ҡуйҙы. Өҫтөмә ҡайнар һыу ҡойҙолармы ни... Унан бындайҙы көтмәгәйнем. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡыҙымдың үҙ атаһы ла бала менән аралашмай, финанс яҡтан да ярҙам итмәй. Хәҙер килеп, был "атай" ҙа ситкә тибә. Яҡшы кеше осраттым, тип ҡыуанып йәшәп ятҡан була инем... Баламды яратмағас, уның менән нисек торорға хәҙер? Шулай Яңы йылға аяҡ баҫырға торғанда һайлау алдында ҡалдым. Фото pixabay.com