“Мәҙәниәт” милли проектын тормошҡа ашырыу барышында 16 ғинуарҙа Яңауыл районының тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында фотограф Андрей Нуретдиновтың "30 кадр" исемле фотокүргәҙмәһе асыла. Экспозицияла хозур тәбиғәттән алып тормош парадокстарына тиклем һәр төрлө темаға арналған эштәрҙе күрергә мөмкин. Автор күп сәйәхәт итә һәм донъяны үҙ камераһы объективы аша күрә. Фотолары ярҙамында оҫта тамашасыларға сәйәхәт итергә һәм донъяны автор күҙлегенән күрергә мөмкинлек бирә. Фотограф – ул фотоаппарат һәм фотоҡорамалдар ярҙамында тормоштағы әһәмиәтле мәлде төшөрөргә һәләтле белгес. Уникаль һәм сифатлы фотолар төшөрөү фотографтың төп бурысы булып тора. Фотография - кеше өсөн үҙ-үҙен белдереү сараһы ул. "Фото сәнғәтен һөйөүселәрҙең барыһын да "30 кадр "күргәҙмәһенә саҡырабыҙ. Фото – кеше ижад иткән тылсымлы әкиәт, кадрҙа ҡатып ҡалған мәл. Фотоһыҙ беҙ бер ҡасан да өләсәйебеҙҙең мәктәп йылдарында ниндәй ҡыҙ булғанын, туйҙарында ата-әсәйебеҙҙең ниндәй матур һәм тулҡынландырғыс күренгәнен һәм үҙе
