Беҙ барыбыҙ ҙа сәй эсәбеҙ, әммә һаулыҡ өсөн файҙалы яғын уйламайбыҙ. Сәй эсеү организмыбыҙға ярҙам итһен өсөн уларҙы бер аҙ төрлөләндерергә кәрәк. Бөтнөк (мята) Тынысландырыусы сәй. Бөтнөк ашҡаҙан эшен нормаға килтерә, ОРВИ һәм киҙеүҙе еңеләйтә ала, бронхит ваҡытында йүткереү менән яҡшы көрәшә. Уның составында булған ментол ярҙамында ул бактерияларға ҡаршы тәьҫир яһай. Әлморон (шиповник) Кем әлморондо белмәй икән! Был тән температураһы юғары булғанда ярҙамға килеүсе. Әлморонда С витамины лимондағыға ҡарағанда 50 тапҡырға күберәк. Антиоксиданттар ярҙамында ул организмдың ҡартайыуын иҫкәртә һәм йөрәктең яҡшы эшләүен тәьмин итә. Уны айырым да, сәйгә өҫтәмә сифатында ла эсергә мөмкин. Бәүел һәм тир ағыҙыу тәьҫире бар. Ҡарағат Ҡара һәм ҡыҙыл ҡарағат япраҡтары һәм еләге сәйгә тәмле тәм бирә. Мигрень, бәүел ҡыуығындағы проблемаларҙан ҡотолорға ярҙам итә, баҫымды нормаға килтерә. Ҡышҡылыҡҡа ҡарағатты шәкәр менән болғап әҙерләргә мөмкин. Ул саҡта ҡайнатҡанға ҡарағанда файҙалы үҙенсәлектәрен юға