Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Мортаза Рәхимов сынаяҡтары

Сибай ҡалаһында йәшәгән, оҙаҡ йылдар радиожурналист булып эшләгән Гөлсәриә Әбилева бик матур иҫтәлектәре менән уртаҡлаша. "Рәхимов сынаяҡтары", тип ҡәҙерләне әсәйем ошо ҡашығаяҡты. 50 йыл бергә татыу тормош көтөүҙәре хөрмәтенә тәүге Президентыбыҙ исеменән бирелгән бындай бүләкте атайым шул тиклем көттө. Ауырый ине. Етә алмам, ҡушағамды күгәрсендәр төшкән матур сынаяҡтарҙан мәхрүм ҡалдырырмын, тип борсолған булды. Етте ул көн. "Баймаҡ" совхозы шул тиклем ололап, бер нисә ғаилә пары өсөн матур байрам ойошторҙо. Атайымдың ҡыуанғаны шул мәлдә! Иш янына ҡуш булып, ҡартлыҡ көнөңдә ҡушағаң менән ҡушарлап ултырыу, ҡәҙер-хөрмәт күреү һәм шуға өҫтәп пар күгәрсенле президент бүләген алыу - тырышып донья көткән ғаилә өсөн ҙур баһа ине. Атай-әсәйемдән ҡалған ошо сынаяҡтар матур ҙа, һағышлы ла иҫтәлек булып бөгөн миндә һаҡлана. Туғандарым менән йыйылғанда бәхетле бала сағыбыҙҙы иҫләтеүсе, ғаилә ҡәҙерен баһалаусы беренсе Президентыбыҙ бүләген табынға ҡуям. Әсәйем яһаған тәмле сәйҙе, шатлыҡ тулы түңәр

Сибай ҡалаһында йәшәгән, оҙаҡ йылдар радиожурналист булып эшләгән Гөлсәриә Әбилева бик матур иҫтәлектәре менән уртаҡлаша. "Рәхимов сынаяҡтары", тип ҡәҙерләне әсәйем ошо ҡашығаяҡты. 50 йыл бергә татыу тормош көтөүҙәре хөрмәтенә тәүге Президентыбыҙ исеменән бирелгән бындай бүләкте атайым шул тиклем көттө. Ауырый ине. Етә алмам, ҡушағамды күгәрсендәр төшкән матур сынаяҡтарҙан мәхрүм ҡалдырырмын, тип борсолған булды. Етте ул көн. "Баймаҡ" совхозы шул тиклем ололап, бер нисә ғаилә пары өсөн матур байрам ойошторҙо. Атайымдың ҡыуанғаны шул мәлдә! Иш янына ҡуш булып, ҡартлыҡ көнөңдә ҡушағаң менән ҡушарлап ултырыу, ҡәҙер-хөрмәт күреү һәм шуға өҫтәп пар күгәрсенле президент бүләген алыу - тырышып донья көткән ғаилә өсөн ҙур баһа ине. Атай-әсәйемдән ҡалған ошо сынаяҡтар матур ҙа, һағышлы ла иҫтәлек булып бөгөн миндә һаҡлана. Туғандарым менән йыйылғанда бәхетле бала сағыбыҙҙы иҫләтеүсе, ғаилә ҡәҙерен баһалаусы беренсе Президентыбыҙ бүләген табынға ҡуям. Әсәйем яһаған тәмле сәйҙе, шатлыҡ тулы түңәрәк өҫтәлебеҙҙе хәтерләтеп тора пар күгәрсенле сын сынаяҡтар", - тигән ул үҙенең сәхифәһендә. Ә һеҙҙең атай-әсәйҙәрегеҙгә, ҡайны-ҡәйнәләрегеҙгә бындай пар күгәрсенле сынаяҡтар бүләк ителмәнеме? Булһа, әле ул кемдәрҙә һаҡлана? Хәтирәләрегеҙ менән уртаҡлашһағыҙ ине. Фото һәм сығанаҡ: Гөлсәриә Әбилева.