«Торатау» конгресс-холында "Ҡарһылыу-2024" Бөтә Рәсәй конкурсының финалы уҙҙы. Яңы йылдың тәүге эш көнөндә Өфөлә төп башҡорт Ҡарһылыуын һайланылар. Конкурста 16-35 йәшлек гүзәл зат вәкилдәре ҡатнашты. Финалда бөтә республиканан (Сибайҙан, Стәрлетамаҡтан һәм Башҡортостандың башҡа райондарынан) һәм күрше өлкәләрҙән 12 Ҡарһылыу "Визит карточкаһы"нда, "Ижади сығыш"та, "Кейем дефилеһы"нда үҙҙәренең һәләтен күрһәтте. Еңеүсе - Әбйәлил районынан күп балалы әсә Зарина Йәнбирҙина. Ноябрҙә ул Мәскәүҙә "Мисс Европа" исемен алды, тыуған районында балалар моделдәр мәктәбендә уҡыта, бәләкәй балалар тәрбиәләй. Яңы йыл Ҡарһылыуы 100 мең һум аҡса һәм айфон менән бүләкләнде, тип хәбәр итте "Башинформ"ға конкурсты ойоштороусы Айгөл Үтәгәнова. Беренсе урынға Иглин һылыуҡайы Эвелина Фәйрушина лайыҡ булһа, икенселә - Учалы районының Илсеғол ауылынан Миләүшә Баязитова, ә өсөнсө вице-мисс исемен "Башҡортостан" телерадиокомпанияһының "Тамыр" студияһы алып барыусыһы Азалия Хөсәйенова яуланы. Конкурста 5-15 йәшлек Ҡарһылыуҙар ҙа ҡатнашты. Сара барышында улар ҡатнашлығында ҡыҫҡа метражлы яңы йыл комедиялары күрһәтелде. Конкурсты ойоштороусы — "Һомай" студияһы проекттары» берләшмәһе һәм Башҡорт КВН лигаһы. Башҡорт Ҡарһылыуҙарының Бөтә Рәсәй конкурсы 2021 йылдан уҙғарыла һәм "Башҡортостан гүзәле", "Өфө һылыуҡайы", "Рәсәйҙең йәш һылыуҡайы - Башҡортостан", "Һылыуҡай" кеүек гүзәллек конкурстарын ойоштороусы студияның иң яратҡан бьюти-шоуҙарының береһе булып тора. Автор: Ләйлә Аралбаева. Фото: Зарина Йәнбирҙина.