Салауат Юлаев ордены кавалеры Әлибаев Зәки Арыҫлан улының бөгөн тыуған көнө. Ул 1967 йылдың 10 ғинуарында Белорет районының Йөйәк ауылында тыуған. Зәки Әлибаев тыуған көнө айҡанлы үҙенең тормошоноң ҡайһы бер мәлдәре тураһында “Бәйләнештә” социаль төркөмөндәге сәхифәһендә уртаҡлашҡан. "Ер минең тирәләй 57 тапҡыр өйрөлгәнен күҙәтәм. Ҡаратауҙан ҡояш күтәрелеп, ҡалын боҙ аҫтында ашыға-ашыға, таштарҙан-таштарға һикерә-һикерә аҡҡан Инйәремә сәләм биреп, ауыл өҫтөн байҡап, мөрйәләрҙәге тура сыҡҡан төтөндө тикшереп, бер аҙ һилләнгәс, атайым аттарын һуғарыр өсөн мәке уйырға сыҡҡас, сәғәт 11-ҙә ауаз һалғанмын. Кендек әбейе - Фәтиха унынсы баланы ҡулына алғас, көйләй-көйләй (ул йырауҙар һымаҡ таҡмаҡлап һөйләшә ине) инәйемә тотторған. Ял көнө, радиоалғыстан концерт бара. Йәш йырсы Зәки Мәхмүтов өҙҙөрөп йырлай. Бар донъяны моң баҫа. Иҙерәп кенә Инәйемдең ҡосағында бәүелеп, ыуыҙҙан ризыҡланғанда, Ҡояш тәҙрәнән иркәләп, моңдо бар Йыһанға таратты. Күп тармаҡлы Әлибаевтар менән Миһрановтарҙың нәҫел шә