Ошо көндәрҙә Бүздәк районында М-5 трассаһының 1356-сы километрында фажиғәле авария теркәлде. Октябрьский ҡалаһында йәшәгән 16 йәшлек үҫмер “ВАЗ-2109” автомобиле рулендә ултырып “Рено” йөк машинаһына бәрелә. Һөҙөмтәлә уны һәм 14 йәшлек пассажирын дауаханаға алып китәләр, йөк машинаһының 42 йәшлек водителе һаулығына зыян килмәй. Кисә иһә ауыр хәбәр билдәле булды, водитель малай дауаханала йән биргән. Уның иптәше ауыр хәлдә. Бөгөн һәләк булған үҫмерҙең кемлеге асыҡланды. Ул воркаут буйынса Бөтә Рәсәй пляж уйындарының абсолют чемпионы, Рәсәйҙең иң көслө малайы исемен алған йәш спортсы Сергей Б. булып сыға. Ул 11 йәшлек сағында “Сила РДШ” Бөтә Рәсәй рус көс үлсәгесе ярыштарында еңә. Бынан тыш Сергей - күп тапҡыр физкультура буйынса Юрий Гагарин олимпиадалары еңеүсеһе, стритлифтинг буйынса спорт мастеры кандидаты. Ул аҙнаһына һигеҙ тапҡыр төрлө күнекмәләргә йөрөгән. Сергейҙы илдең иң көслө малайы тип атағандар. Иң ҙур хыялы Олимпия чемпионы булыу булған. Егет спорт ҡына түгел, ә техника, машина, мотоциклдар менән дә ҡыҙыҡһынған. ЮХХДИ-нан хәбәр итеүҙәренсә, үҫмер 7 ғинуарҙа машина һатып алған, ә икенсе көнөндә ҙур трассала автомобилгә идараны юғалтып, ҡаршы һыҙатҡа сыҡҡан һәм йөк машинаһына бәрелгән. Спортсы егет менән иртәгә, 11 ғинуарҙа, Октябрьский ҡалаһындағы спорт мәктәбендә хушлашасаҡтар. Фото: "Башинформ".