Башҡортостан Республикаһының Финанс министрлығы йыл һайын үткәрелгән Бөтә Рәсәй финанс белем биреү педагогтарының профессиональ оҫталыҡ конкурсының төбәк этабы тамамланыуы хаҡында иҫкә төшөрә. Конкурсты Рәсәй Федерацияһының Финанс министрлығы, Рәсәй Федерацияһының Үҙәк банкы һәм Финанс грамоталылыҡты үҫтереү ассоциацияһы менән берлектә Юғары иҡтисад мәктәбе милли тикшеренеү университеты базаһындағы Дөйөм һәм урта белем биреү системаһының финанс грамоталылығы буйынса федераль методик үҙәк ойоштора. Быйылғы уҡыу йылында федераль этап 2024 йылдың 26 ғинуарынан 5 мартына тиклем уҙа. - Бөтә Рәсәй финанс грамоталылығы педагогтарының профессиональ оҫталыҡ конкурсы уларҙың профессиональ потенциалын асыҡларға, тәжрибә уртаҡлашырға, финанс грамоталылыҡты арттырыу бурыстарын тормошҡа ашырыусы белгестәрҙең профессиональ берләшмәһе башланғыстарын бергәләп яҡлау һәм алға этәреү өсөн мәғлүмәти-методик киңлекте нығытырға мөмкинлек бирә, - тип билдәләне Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-минист