Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Мәскәүҙәге Бөтә Рәсәй ғаилә форумында Башҡортостан стенды ла буласаҡ

2024 йыл илебеҙҙә Ғаилә йылы тип иғлан ителде. Ғаилә йылын 19 ғинуарҙа Мәскәүҙә ВДНХ-лағы «Рәсәй» күргәҙмәһендә «Туғандарым - ғәзиздәрем» Бөтә Рәсәй ғаилә форумы аса. 23 ғинуарға тиклем дауам итәсәк форумда Башҡортостан Республикаһы стенды күрһәтеләсәк. Тематик йылдың төп саралары планы менән Рәсәй Федерацияһы Премьер-министры Михаил Мишустиндың оператив кәңәшмәһендә Рәсәй Федерацияһы вице-премьеры, Ғаилә йылын үткәреү буйынса ойоштороу комитеты рәйесе Татьяна Голикова таныштырҙы. Ул илебеҙ алдында торған проблемаларҙы һәм демографик һынауҙарҙы хәл итеүгә йүнәлтелгән. Йәш ғаиләләрҙә тәүге балалар тыуыу өсөн шарттар булдырыу, репродуктив сәләмәтлекте нығытыу, күп балалы һәм ҙур нәҫелле ғаиләләргә ярҙам итеү, күп балалы ғаилә моделен модаға индереү төп бурыстар булып тора, тип билдәләне вице-премьер. Шулай уҡ Башҡортостан стендында махсус акцияла ҡатнашыусылар Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Уралға, атап әйткәндә, Башҡортостанға эвакуацияланған туғандарын эҙләү буйынса анкета тултыра ала. Ғаилә форумында ғаилә династиялары конкурсы ойошторола. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Ғаилә йылы эмблемаһы аҫтында башланған йылда Башҡортостанда күләмле саралар ҡаралған - план проекты 70-кә яҡын пункттан тора. Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/news/22711/