Найти тему
Башҡортостан гәзите

Баймаҡ балалар поликлиникаһы сирлеләрҙе ҡабул итә башланы

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, Яңы йыл алдынан Баймаҡ халҡы өсөн ҙур бүләк булып заман талаптарына яуап биргән өр-яңы төҙөлгән балалар поликлиникаһы асылды. Уны асыу тантанаһында район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев ҡатнашты, республика Башлығы Радий Хәбиров менән онлайн режимында бәйләнеш булдырылды. Бөгөн, ниһайәт, өр-яңы заман талаптарына яуап биргән Баймаҡ балалар поликлиникаһы тәүге сирлеләрҙе ҡабул итте. Был хаҡта Баймаҡ үҙәк ҡала дауаханаһының баш табибы Илшат Рыҫҡужин хәбәр итә. Әлегә участка табип-педиатрҙары балаларҙы ҡарай, шулай уҡ процедура, ҡан алыу, тиҙ ярҙам, фильтр-бокс, белешмәләр биреү кабинеттары эшләй. Яҡын арала башҡа табиптар ҙа балаларҙы ҡабул итәсәк. Әйткәндәй, кисә республика Башлығы Радий Хәбиров төҙөлөп бөтөп тә һаман халыҡты ҡабул итмәгән медицина учреждениеларын тәнҡитләгәйне. Улар араһында Баймаҡ балалар поликлиникаһы ла бар ине. Фото: "Башинформ".