Ауырғазы районында бер быуат ғүмер кисергән Анисия Прокопьева менән осраштыҡ. Йөҙйәшәрҙе ҡотларға беҙҙән тыш райондың ветерандар советынан хеҙмәткәрҙәр, сыуаш диаспораһынан вәкилдәр һәм, әлбиттә, балалары, туғандары һәм яҡындары килде. Анисия Михайловна һөйләүенсә, Бөйөк Ватан һуғышы башланғанда уға ни бары 17 генә йәш булған. Шулай йәш булыуына ҡарамаҫтан, ҡыҙҙы ауыр урман эшенә оҙатҡандар. Аҙаҡтан колхозда бил бөккән. Анисияға ышанып, хужалыҡтың атын тапшырып ҡуйғандар. Ажғырып торған айғыр менән таң һарыһынан ҡара кискә тиклем бар эштәрҙе башҡарғандар. Ул ире Ефим Сергеевич менән дүрт баланы башлы-күҙле иткән. Бөгөн Анисия Михайловна Владимир исемле улының ҡәҙер-хөрмәтендә йәшәй. Ул ейән-ейәнсәрҙәргә, бүлә-бүләсәрҙәргә бик бай. Оҙон ғүмерле булыуҙың серен беҙ ҙә төпсөштөк. Был һорауға бына ниндәй яуап ишеттек: – Бер туған абзыйым 103 йәшкә хәтлем итте, өләсәйем дә бер быуаттан ашыу йәшәп вафат булды. Беҙҙең нәҫел – оҙон ғүмерлеләрҙән. Кешеләргә ихлас һәм асыҡ булыу, киң күңеллелек, изгелектәр эшләү – оҙаҡ йәшәүгә бер аҙым. Фото: Ауырғазы районы хакимиәте.