Найти тему
Башҡортостан гәзите

Ветеринария лабораториялары яңыртыла

2023 йылда Башҡортостандың өс ветеринария лабораторияһына «Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт» милли проекты ярҙамында аккредитация алыуға сығымдарҙың бер өлөшөн ҡапланылар. Субсидияларҙың дөйөм суммаһы 11 миллион 450 мең һум тәшкил итте, был 2022 йылға ҡарағанда ике тапҡырға күберәк. Башҡортостан ғилми-етештереү ветеринария лабораторияһының Мәләүездәге филиалына 10,4 миллион һум йүнәлтелгән, Шишмә һәм Ауырғазы район ветеринария станцияларына тағы ла берәр миллион һумдан ашыу аҡса бүленгән. - Дәүләт ярҙамы менән Башҡортостандың ветеринария лабораториялары биналарға капиталь ремонт яһаны, лаборатория-ара сағыштырмаса һынауҙар үткәрҙе, хеҙмәткәрҙәрҙе уҡытты, ҡорамалдар һатып алды, - тине Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары - ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов. - Төбәк ғәҙәттәгесә продукцияның киң ассортиментын экспортҡа оҙата. Уны поставкалау йүнәлештәре йыл һайын арта бара. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, ветеринария лабораторияларына субсидиялар «Башҡортостан Республикаһында агросәнәғәт комплексы продукцияһын экспортлау» төбәк проекты сиктәрендә бүленә. Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/news/22709/