Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Вуз-ара кампустың девизы барлыҡҡа килде

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров профилле ведомстволар һәм юғары уҡыу йорттары вәкилдәре менән кәңәшмәлә кампустың брендбугы хаҡында һөйләне. Министрҙар кабинеты башлығы студент кампусының «U» хәрефле логотибы вариантын хупланы. - «Үҙ юлыңды башла» слоганы юғары уҡыу йорто-ара студенттар кампусының фән һәм мәғарифтың төрлө йүнәлештәре буйынса өр-яңы инновацион мөхит булдырыусы булараҡ позицияһын сағылдыра. Кампус бөтә һәләтле йәштәрҙе йәлеп итеү урынына әйләнергә тейеш, - тип билдәләне Андрей Назаров. Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар уҙған йылдың декабрендә асылған паркты ҡараны. Комиссия кампустың биҙәлеүен һәм биналарҙың әҙерлеген баһаланы. Премьер-министр ғалимдарҙың анимация роликтарындағы 3D-моделен еренә еткереп эшләргә һәм кампустың беренсе сираты биналарында навигация урынлаштырыуҙы тәьмин итергә ҡушты. Кампус Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡушыуы һәм «Фән һәм университеттар» милли проектын ғәмәлгә ашырыу барышында төҙөлә. Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/news/22710/