Найти тему
Башҡортостан гәзите

Яугирҙәрҙең ғүмерен ҡотҡаралар

Хәйбулла ирекмәндәре яугирҙәр өсөн окоп шәме яһай. Хәйбулла районының "Беҙ бергә" исемле изгелек төркөмө Йәнтеш ауылы халҡы өсөн окоп шәмдәрен эшләү буйынса оҫталыҡ дәресе ойошторған. Бындай шәм яһау технологияһы ябай һәм махсус материалдар һәм ҡорамалдар талап итмәй. Уны булдырыу өсөн картонды торбаға төрөргә һәм эсенә фитиль урынлаштырырға ғына кәрәк. Шунан был конструкцияны тимер банкаға һалалар ҙа иретелгән парафин ҡоялар. Һөҙөмтәлә яҡтылыҡ ҡына түгел, ә йылы ла биргән шәм килеп сыға. Был файҙалы ҡулайлама кешеләрҙең ғүмерен ҡотҡарып ҡала ала. Ирекмәндәрҙең "ТЕПЛО ИЗ ДОМА" тип аталған был хәйриә акцияһына теләге булған һәр кем ҡушыла ала. Хәйбулла районы хакимиәте сайтынан.