Өфөләге бер нисә районда саңғы ярыштары үткәрелде. Мәжит Ғафури исемендәге паркта “Өфө муйынсаһы” маршруты буйынса ойошторолған сарала кеше күпләп ҡатнашты. Быйыл 240 кеше саңғыға баҫты. Ярыштарҙа үҙ көсөн һынаған иң өлкән кешегә 76 йәш ине. Ә иң йәшенә алты тулып уҙғайны. Саңғысыларҙан тыш, скандинав йөрөүен үҙ итеүселәр ҙә сарала ҡатнашты. Иң сағыу, үҙенсәлекле костюм кейгән һәм финишҡа килгән спорт һөйөүселәргә иҫтәлекле миҙалдар тапшырылды. Бынан тыш, сарала үҙ көсөн һынаусыларға ҡайнар сәй һәм тәмле бутҡа тәҡдим иттеләр. Бынан алда, 6 ғинуарҙа, ғәҙәттәгесә “Киске Раштыуа уҙыштары” үткәрелде. Ул бер нисә этапта һәм төрлө йәш төркөмдәре буйынса ойошторолдо. Фото, сығанаҡ: БР Спорт министрлығы.