Ейәнсура районында Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты буйынса (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) маҡсатлы эш алып барыла. Райондың бизнес-шәрифе Азамат Салауатов белдереүенсә, 2023 йылдың яҙында Ейәнсура районы хакимиәтенә модулле кафе асыу тәҡдиме менән Рәйлә Мырҙабулатова мөрәжәғәт иткән. Ул «Эшҡыуарлыҡ сәғәте»ндә үҙенең бизнес-планы менән таныштырған, муниципалитет башлығы Дәмин Юланов менән аралашҡан. —Эшҡыуар менән берлектә бизнес-планды ҡарағандан һуң Иҫәнғол ауылы автовокзалынан алыҫ түгел урында кафе урынлаштырырға хәл иттек. Стационар булмаған сауҙа объекттарының муниципаль урынлашыу схемаһына үҙгәрештәр индерҙек һәм конкурс үткәрҙек. Хәҙер Ейәнсура районы халҡы һәм ҡунаҡтары заманса стационар булмаған йәмәғәт туҡланыуы объектына шат. «Тэмле микс» кафеһы һатып алыусыларҙы ҡыҙыҡлы исеме һәм тәмле ризыҡтары менән йәлеп итә, – ти Азамат Салауатов. Был сараларҙың барыһы ла Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указына ярашлы булдырылған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү" (национальный проект "Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы") милли проектына ярашлы атҡарыла. Фото: Радий Хәбировтың бизнес менән аралашыу төркөмө.