Найти тему
Башҡортостан гәзите

Балаларға уңайлы булһын

“Мәғариф” милли проекты сиктәрендә (национальный проект “Образование”) Нефтекама ҡалаһының спорт һәм туризм буйынса балалар-үҫмерҙәр үҙәгендә “Топос-точка.NSK” тигән белем биреү майҙансығы асылды. Был турала ҡаланың методик-мәғлүмәт үҙәге хәбәр итә. Ул 10-12 йәштәге балалар өсөн уҡыусыларҙың тикшеренеү оҫталығын үҫтереүгә маҡсатланған. -Тикшеренеү эшмәкәрлеген үҫтереү арҡаһында уҡыусылар проблемалы хәлдәрҙе үҙ аллы хәл итергә, тормошта үҙ юлдарын табырға өйрәнә, – тине белем биреү майҙансығы етәксеһе, өҫтәмә белем биреү педагогы Марина Сәхәүетдинова. Уҡыу кабинеты өсөн интерактив панель, күп функциялы ҡоролма, видеокамера, ноутбук һәм башҡа заманса йыһаздар алынған. Майҙансыҡтың эшмәкәрлеге Нефтекаманың тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы, библиоүҙәк, республиканың балалар һауыҡтырыу-белем биреү үҙәге менән берлектә эшләүгә йүнәлтелгән. “Мәғариф” милли проекты илебеҙ балалары өсөн потенциалдарын мөмкин тиклем нығыраҡ асыу өсөн тигеҙ мөмкинлектәр булдырыуҙы маҡсат итеп ҡуя. Рәсәй буйынса мәктәптәр, колледждар, техникумдар төҙөлә, улар заманса йыһаздар менән тулылана. Милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары менән 2019 йылдан тормошҡа ашырыла. Автор фотоһы.