“Демография” милли проектының “Спорт – йәшәү нормаһы” федераль проекты сиктәрендә ҡышҡы каникулың һуңғы көнөндә Башҡортостан Республикаһының Белорет ҡалаһындағы “Йәшлек” стадионы боҙона райондың туғыҙ ғаилә командаһы сыҡты. Һыуыҡҡа ҡарамаҫтан, Белореттың татыу ғаиләләре “Яңы йыл ғаилә уйындары-2024”тә ярышты. Унда Белорет ҡалаһы һәм районы мәктәптәренән командалар ҡатнашты. Тәүге тапҡыр уйындар тайғаҡ боҙҙа (Яңы йыл ғаилә уйындары тураһында республика положениеһы талаптары буйынса) уҙҙы. Әммә был да спортсыларға ҡамасауламаны. Белореттың 16-сы мәктәбенән Савельевтар ғаиләһе еңеүсе булып танылды. Ғинуарҙа улар Өфөгә Яңы йыл ғаилә уйындарының киләһе, республика этабына юлланасаҡ һәм Белорет районы намыҫын яҡлаясаҡ. Икенсе урынды – Әбдрәхимовтар ғаиләһе (Белореттың 3-сө мәктәбе), өсөнсөнө 14-се гимназиянан Сорокиндар ғаиләһе яуланы. Уйындарҙа ҡатнашыусылар грамоталар, дипломдар, кубоктар, иҫтәлекле бүләктәр, шулай уҡ татлы приздар менән бүләкләнде. Билдәле булыуынса, “Демография” (национа