Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Иң мәргән уҡсы ҡайҙан?

Ҡышҡы каникул осоронда район үҙәгендәге “Урал” физкультура-һауыҡтырыу комплексында традицион йәйәнән уҡ атыу буйынса “Урал кубогы”на ярыштар үткән. ФИТА 40 сәбенә 18 метрлыҡ дистанциянан атыу буйынса ярышҡандар. Унда Бөрйән, Әбйәлил, Баймаҡ, Белорет, Ғафури, Ишембай, Өфө, Учалы, Дәүләкән райондарынан, Өфө, Сибай, Белорет ҡалаларынан 48 уғатар ҡатнашҡан. Ир-егеттәр араһында 1-се урында – Сынбулат Юлбирҙин, 2-селә – Хөрмәт Таһиров, 3-сөнө Азат Ишкилдин яулаһа, ҡатын-ҡыҙҙарҙан Динә Вәлиева – беренсе, Әлиә Ишморатова – икенсе, Наилә Ишкилдина өсөнсө урындарҙы алған. “Урал кубогы” Бөрйәндә ҡалған һәм уға Сынбулат Юлбирҙин лайыҡ булған. Афарин, Бөрйәндең уғатар батыры! Фото һәм текст сығанағы: "Таң" гәзитенән.