Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Банкала йәшәгән бәшмәк ныҡ файҙалы

Әле бынан 10 – 15 йылдар самаһы элек һәр ғаиләлә тиерлек тәҙрә төбөндә, аш-һыу бүлмәһендә өҫтөнә марля ябылған өс литрлы банка тора торғайны. Ә уның эсендә – сәй бәшмәге. Был бәшмәк тәмләтелгән сәй менән туҡлана һәм уны сәй бәшмәге тигән эсемлеккә әйләндерә. Тәме буйынса ул ҡиммәтле һуттарҙан бер ҙә кәм түгел, ә файҙаһы бик ҙур. Сәй бәшмәге башта Цейлонда, унан һуң Һиндостанда таралған, ә беҙгә XX быуат башында килгән. Ул бәшмәктән бигерәк медузаны хәтерләтә. Ике төр микроорганизм – һеркә эслекле бактериялар һәм сүпрә симбиозы булараҡ, сәй бәшмәге сәйҙән үҙенә кәрәкле матдәләрҙе ала һәм органик кислоталар – һөт, һеркә, күмер, глюкон кислоталары, ферменттар, С һәм В төркөмө витаминдарын бүлеп сығара. Бөтә ошо сифаттар сәй бәшмәген ауырыуға ҡаршы сара тип кенә түгел, дауа сифатында ҡулланырға мөмкинлек бирә. Ул бактерияларға ҡаршы тороу һәләтенә эйә, шуға ла ауыҙ ҡыуышлығы елһенеүен (хатта стоматиттың ауыр формаларын да) бөтөрә. Ангина һәм фарингит менән яфаланғанда, ике-өс сәғәт һайын тамаҡты сәй бәшмәге менән сайҡатһаң, тиҙерәк һауыҡтыра. Аяҡ-ҡул бармаҡтарындағы бәләкәй яраларҙы ла сәй бәшмәге менән дауалайҙар. Сәй бәшмәген элек-электән ашҡаҙан-эсәк ауырыуҙарын дауалау өсөн ҡулланғандар. Ярты стаканды иртәнсәк ас ҡарынға эсегеҙ, ашҡаҙанығыҙ эшмәкәрлеге яҡшырыр. Шуға ла уны эс ҡатҡанда, гастрит булғанда эсеү файҙалы. Бынан тыш халыҡ медицинаһында сәй бәшмәген геморрой булғанда, туберкулез менән ауырығанда эсергә тәҡдим итәләр. Сәй бәшмәген нисек үҫтерергә? Бәшмәктең төп массаһынан һаҡлыҡ менән генә өҫкө ҡатламын айырып алығыҙ һәм таҙа өс йәки биш литрлы банкаға һалығыҙ. Өҫтөнә йылы һыу ҡойоғоҙ. Ситен өҙөп алырға ярамай – был ысул бәшмәккә зыян килтерә. Банка бер тәүлек ошо килеш торһон, уны әле сәй менән туҡландырыу кәрәкмәй, ул яңы шарттарға өйрәнергә тейеш. Был мәлдә ул һәр тышҡы тәьҫиргә һиҙгер: хатта себен дә йомортҡаһын һалып, һәләк итергә мөмкин, шуға банканың ауыҙын марля менән ҡаплап ҡуйығыҙ, полиэтилен ҡапҡас ярамай, бәшмәк тонсоға. Әгәр бөтәһе лә дөрөҫ эшләнһә, бәшмәк банка төбөндә ятыр. Бер тәүлек үткәс, һыуын түгеп, әҙерләнгән туҡлыҡлы ҡатнашманы ҡойоғоҙ. Ҡатнашма ошолай әҙерләнә: ҡайнаған һыуға һыу асыҡ һары төҫкө ингәнгә тиклем бешерелгән сәйҙе ҡойоғоҙ һәм бер аҙ шәкәр һалығыҙ (сама менән өс литрлы банкаға өс аш ҡалағы шәкәр). Сәйҙең ҡатылығын һәм шәкәр күләмен үҙегеҙгә нисек оҡшай, шулай итә лә алаһығыҙ. Банканың өҫтөн марля менән ҡабаттан ябығыҙ, ике-өс көндән өҫтә йоҡа ғына төҫһөҙ япма барлыҡҡа килер. Ике-өс аҙнанан был япманың ҡалынлығы 10 – 12 миллиметрға етәсәк. Ҡатнашма бөтә процесс ваҡытында үтә күренмәле булып ҡалырға, ә өҫтө ҡатлам-ҡатлам булырға, ваҡыт үтеү менән уның түбәнге ҡатламы көрән төҫкә инергә тейеш. Ете-ун көн үтеүгә эсемлек әҙер була. Уны марля аша һөҙөп алығыҙ. Бәшмәкте кәм тигәндә ике-өс көн һайын туҡландырып торорға кәрәк. Эсемлектең тәме әскелтемерәк булырға, телде сымырҙатмаҫҡа тейеш. Әсерәк булһа инде, ҡайнаған һыу өҫтәргә мөмкин. Ике-өс аҙнаға бер бәшмәккә “мунса көнө” үткәрегеҙ. Бының өсөн уны банканан ипле генә алығыҙ һәм һаҡлыҡ менән генә ҡайнатылған һалҡын һыуҙа сайҡап, таҙа банкаға кире һалығыҙ. Бәшмәк ныҡ үҫеп китһә, ҡатламдарын айырып алып ҡайнатылған һалҡын һыу менән сайҡап, икенсе банкаға һалаһың. Ошонан алып был ҡатлам айырым йәшәй башлай. Ҡулланыр алдынан табип менән кәңәшләшергә онотмағыҙ. Фото: ирекле сығанаҡтан