Найти тему
Башҡортостан гәзите

Исемле йыл уңышлы үтте

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уҙғарған аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә Уҡытыусы һәм остаз йылын уҙғарыуға йомғаҡ яһалды. 2023 йылдың был тематикаһын Рәсәй Президенты Владимир Путин үҙенең указы менән нығытҡайны. Мәғариф һәм фән министры Илдар Мәүлетбирҙин хәбәр итеүенсә, исемле йылға әҙерләнеү һәм уны уҙғарыу буйынса саралар планында 63 пункт булған. Улар араһында – балалар баҡсалары педагогтары, уҡытыусылар, производствоға өйрәтеү оҫталары өсөн республика һәм төбәк-ара конкурстар, шул иҫәптән “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы”, “Иң яҡшы педагогтар династияһы”, “Рәсәйҙең киләсәк быуын уҡытыусыһы”. – 2023 йылда йәш ауыл уҡытыусылары, уҡытыусылар һәм мастерҙар 690-ышар мең һумлыҡ 150 Башҡортостан Башлығы грантын алды, - тип һөйләне Илдар Мәүлетбирҙин. - Балалар баҡсаларында эшләүсе йәш уҡытыусыларға республика Башлығы гранттарын, билингваль һәм полилингваль нигеҙҙәрҙә предметтарға уҡытҡан полилингваль күп профилле мәктәп уҡытыусыларына төбәк Хөкүмәте премияларын булдырҙыҡ. Уҡытыусы һәм остаз йылында Башҡортостанда спорт саралары, ғилми-ғәмәли конференциялар, форумдар, конкурстар һәм фестивалдәр уҙҙы. 2023 йылдың октябрендә Өфөлә яңыртылған Башҡортостандың Мәғарифты үҫтереү тарихы музейы асылды. Илдар Мәүлетбирҙин, уҡытыусы һөнәрен популярлаштырыуға һәм остазлыҡ тәжрибәһен уртаҡлашыуға аң-белем таратыу материалдары булышлыҡ итте, тип билдәләне. Улар араһында – “Класс журналы” проекты, аҙна һайын ул “Россия 24” телеканалында сыҡҡан һәм Бөтә Рәсәй мәғариф өлкәһендә журналист эштәре конкурсында еңеү яулаған. 2023 йылда Башҡортостандың киң мәғлүмәт сараларында ошо темаға бөтәһе 7 меңдән ашыу мәҡәлә һәм сюжет баҫылып сыҡты. Республиканың Мәғариф һәм фән министрлығы ил төбәктәре араһында Уҡытыусы һәм остаз йылын иң яҡшы медиа оҙатыуға Бөтә Рәсәй конкурсында икенсе урын яуланы. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика Хөкүмәтенә 31 ғинуарға тиклем Һаулыҡ мөмкинлектәре сикле кешеләр тураһында хәстәрлек йылына саралар планын раҫларға ҡушты. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, төбәк етәксеһе 2024 йылдың төп темаһы сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр тураһында хәстәрлек күреү була тине. Шулай уҡ төбәк етәксеһе Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачёвҡа инвалидтарға ярҙам итеү йәһәтенән ҡануниәтте анализлаясаҡ эшсе төркөм ойоштороу тәҡдиме менән мөрәжәғәт итте. Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.