Ишембай районының Скворчиха ауылы халҡы һыу үткәргестәрҙе ремонтлау буйынса өсөнсө йыл рәттән “Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” программаһында ҡатнаша. Ауыл биләмәһе башлығы Сәлимә Герасименко әйтеүенсә, быға тиклем Үрге һәм Үҙәк урамдарҙа өлөшләтә, Түбәнге урамда тулыһынса һыу үткәргестәр алмаштырылған. Янғын һүндереү депоһы бинаһына һыу үткән, һыу насосы бинаһы ла төҙөкләндерелгән, өҫтәмә скважина бырауланған, яңы насостар алынған. Быйыл да Скворчиха ауылы был программала әүҙем ҡатнаша. Декабрь аҙаҡтарында ошо маҡсатта йыйылыш та уҙғарылған. Унда халыҡ Үрге, Мәктәп, Баҡса урамдарындағы һыу селтәрҙәрен ремонтлау проектын тормошҡа ашырыуға берҙәм тауыш биргән. Был проект республика һәм урындағы бюджет, халыҡ һәм эшҡыуарҙарҙың берҙәм тырышлығы менән тормошҡа ашырыла. Фото: ауыл хакимиәте архивынан.