9 ғинуарҙа Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уҙғарған оператив кәңәшмәлә 2023 йылда республиканың үҫешенә йомғаҡ яһалды. Идара итеү командаһы хәл итә алған бурыстарҙың береһе – өлөшсөләрҙең боҙолған хоҡуҡтарын тергеҙеү. – Һәммәгеҙ ҙә республика биләмәһендә алданған өлөшсөләр проблемаһының ниндәй яра булыуын белә. Бер заман уларҙың һаны 11 мең кешегә етте. Кешеләрҙең быға асыуы килгән. Был бик ауыр өлөш ине. Рәсәй Президентына, ил Хөкүмәтенә һәм Федераль Биләмәләрҙе үҫтереү фондына ярҙам итеүҙәре өсөн рәхмәт. Үҙебеҙ был мәсьәләне хәл итмәҫ инек, – тип билдәләне Радий Хәбиров. – Ә республикала был эшкә төбәк төҙөлөш һәм архитектура министрының беренсе урынбаҫары Артём Васильевич Ковшов яуаплы булды. Ул бик ҙур эш башҡарған. Беҙ бергә кешеләрҙең боҙолған хоҡуҡтарын тергеҙеү буйынса ҡатмарлы иҡтисади-хоҡуҡи механизмдар әҙерләнек һәм тормошҡа ашырҙыҡ. Артём Ковшов оператив кәңәшмәлә “оҙаҡ төҙөлгән” йорттарҙың барыһын да хәл итеү юлын табыуҙары хаҡында хәбәр итте. 2024 йылдың февраль аҙағын