9 ғинуар төндә Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һәм ирекле янғын һүндереү командаһы хеҙмәткәрҙәре Бишбүләк районының Ольховка ауылына ут һүндерергә сыға. Улар барғанда 5х8 метр ҙурлыҡтағы ағас йорт янған була. Ҡотҡарыусылар утты һүндергән саҡта, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 1960 йылғы ирҙең кәүҙәһен таба. Күршеләре әйтеүенсә, ир йыш ҡына эскән. Янғын сәбәптәре һәм ваҡиғаның хәл-шарттары асыҡлана. Тәфтиш-оператив төркөм һәм Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының тәүтикшереүсеһе эшләй. Яңы йыл һәм Раштыуа байрамдарында, 1 ғинуарҙан 9 ғинуарға тиклем, республикала 134 янғын булған. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре 24 кешене ҡотҡара, тағы ла 70-е хәүефле урындан эвакуациялана. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, янғындарҙа туғыҙ кеше һәләк булған, былтыр ошо уҡ осорҙа 16 кешенең ғүмере өҙөлгән. Ете кеше төтөндән ағыуланған. – Хөрмәтле граждандар! Электр ҡорамалдарын һәм мейесте файҙаланғанда янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен үтәгеҙ. Түшәктә ятҡанда тәмәке тартыу кеүек насар ғәҙәттән баш тартығыҙ, был - янғын сәбәптәренең береһе. Йортта янғынды иҫкәртеүсе ҡорамал урынлаштырығыҙ, ул төтөн сыҡһа, көслө тауыш менән һыҙғыра, ҡотолоу мөмкинлеге бирә, – тип иҫкәртә Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре. Фото: mchsrb.