Найти тему
Башҡортостан гәзите

Эшҡыуарға ярҙам иттеләр

"Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү" милли проекты Рәсәй төбәктәрендә эшҡыуарлыҡ мөхитен төрлө яҡлап яҡшыртыуға йүнәлтелгән. Яңауыл районында даими рәүештә урта һәм бәләкәй бизнес субъекттары, ҡыҙыҡһынған ведомстволар һәм учреждениелар вәкилдәре ҡатнашлығында эшҡыуарлыҡ сәғәттәре үткәрелә. Хакимиәт башлығы рәйеслегендә сираттағы эшҡыуарлыҡ сәғәте ауыл биләмәләрен үҫтереүгә арналды. Сарала ҡатнашыуға заявка крәҫтиән-фермер хужалығынан эшҡыуар Алмаз Зифил улы Фәтхуллиндан килгән. Кәңәшмәлә ҡатнашыусы “Фермер йорто төҙөлөшө” проектын тәҡдим итте. "Беҙ Иҫке Ҡоҙаш ауылында ғаилә проектын ғәмәлгә ашырырға ниәтләйбеҙ. Халыҡҡа атта йөрөүҙе ойоштороу һәм ҡуртымға квадроциклдар биреү менән әүҙем ял тәҡдим итербеҙ", – тип һөйләне Алмаз Фәтхуллин. Эшҡыуарлыҡ сәғәтендә ҡатнашыусы профилле белгестәрҙән консультация алды, туризм өлкәһендә дәүләт ярҙамы төрҙәре менән танышты. Эшҡыуарлыҡ сәғәтендә ҡатнашыуға заявканы Башҡортостан Республикаһының инвестиция порталы (https://investrb.ru) аша ебәрергә мөмкин. Шәхси яҙылыу өсөн Башҡортостан Республикаһы Яңауыл районы муниципаль район хакимиәтенең иҡтисади үҫеш һәм эшҡыуарлыҡ буйынса бүлегенә мөрәжәғәт итергә (Яңауыл ҡалаһы, Азин урамы, 30-сы йорт, 18-се бүлмә) йәки (34760) 5 44 41, 5 44 87, 5 44 50 һандары буйынса шылтыратырға кәрәк. Билдәле булыуынса, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү" (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды. Фото: Яңауыл районы хакимиәте.