Найти тему
Башҡортостан гәзите

Ҡар менән боҙҙо бөтөнләй ҡулланмағыҙ!

Яңы йыл байрамы көндәрендә тән бешеү үҙәгенә пациенттар ағымы артыуы билдәле. Электр утынан, ҡайнар һыу, төрлө шыйыҡлыҡ һәм ялҡындан тәне бешкән, аяҡ-ҡулдарын туңдырыуҙан һәм пиротехниканы һаҡһыҙ ҡулланыуҙан бәләгә тарығандар һаны кәмемәй. 18-се ҡала дауаханаһының бешеү бүлексәһе табибы, травматолог-ортопед Руслан Латипов, “Рәсәй 24. Башҡортостан” телеканалында сығыш яһап, тән бешкәндә тәүге ярҙам күрһәтеү ҡағиҙәләре менән таныштырҙы. Табиптың кәңәше көндәлек тормошта һәр кем өсөн мөһим. Руслан Латипов әйтеүенсә, бешеү бүлексәһенә айырыуса байрам көндәрендә ярҙам һорап мөрәжәғәт итеүселәр арта, ябай ғына ҡағиҙәләрҙе белмәү арҡаһында тәүге ярҙам дөрөҫ күрһәтелмәй. Мәҫәлән, зыян күргән тәнде һыуытыу өсөн ҡар менән боҙҙо ҡулланмау дөрөҫөрәк, тип иҫәпләй ул. – Бының өсөн ябай һалҡын һыуҙы файҙаланыу ҡулайлыраҡ, уны һауытҡа һалып йәиһә ағып торған һыуҙы ҡулланырға кәрәк. Ҡар йәки боҙҙо файҙаланғанда тәндең туңыуы, сирҙе киҫкенләштереүе ихтимал, – тип аңлатты табип. Ауыртыуҙы баҫыу өсөн бешкән урынға ҡоро һыуыҡ һалыу мөһим, мәҫәлән, һыуытҡыстағы һыуыҡ әйберҙе сепрәккә төрөп һалырға мөмкин. Ғөмүмән, тән бешеүе төрлө өҙлөгөүҙәр тыуҙырыуы менән дә хәүефле. Үҙ белдегең менән дауаланырға тырышыу сирҙе, ауыртыныуҙарҙы, һыҙланыуҙарҙы тәрәнәйтәсәк кенә. Ни тиклем иртәрәк махсус клиникаға мөрәжәғәт итһәгеҙ, пациенттың һаулығы өсөн шунса яҡшыраҡ, ти табип Руслан Латипов. Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.