Белорет йылылыҡ ҡорамалдары заводы Башҡортостан Республикаһының Сәнәғәтте үҫтереү фонды булышлығында Сәнәғәтте үҫтереү федераль фондының «Хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыу» программаһы буйынса 60 миллион һум күләмендә льготалы заем алды. Предприятие ғәмәлдәге производствоны комплекслы яңыртыуҙы планлаштыра, был сығарылған продукция күләмен 30 процентҡа арттырырға мөмкинлек бирәсәк. Проект сиктәрендә юғары технологик ҡорамалдар һатып алыу күп хеҙмәт талап итеүҙе ҡыҫҡартыу иҫәбенә продукцияның үҙҡиммәтен кәметергә, әҙер продукцияның етештереүсәнлеген һәм сығарыу күләмен арттырырға мөмкин буласаҡ. Проектты тормошҡа ашырыу осоронда 225 мең дана йылылыҡ пушкаларын сығарыу күҙаллана, ә бюджетҡа һалым керемдәре күләме 77 миллион һум самаһы тәшкил итәсәк. Инвестиция проекты сиктәрендә электр йылылыҡ вентиляторҙары, газ йылылыҡ генераторҙары һәм дизель йылылыҡ генераторҙары етештереләсәк. «БЗТО» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте предприятиеһының бөтә электр йылытыу пушкалары күсмә йылытҡыстарға ҡарай һәм ташыуҙа уңайлылыҡ тәьмин итеүсе тотҡостар менән тәьмин ителгән. Пушкаларҙың йылытыу элементы сифатында Рәсәйҙә етештерелгән ышаныслы ТЭН-дар файҙаланыла. Яҡшы сифаты арҡаһында «БЗТО» заводынан килгән электр йылылыҡ пушкалары ҡулланыусылар араһында популяр булып ҡала. Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/news/22713/