Найти тему
Башкортостан 24

Республика Йортонан Башҡортостан төбәктәренә күсмә медицина госпиталдәре юлға сыҡты

   Республика Йортонан Башҡортостан төбәктәренә күсмә медицина госпиталдәре юлға сыҡты
Республика Йортонан Башҡортостан төбәктәренә күсмә медицина госпиталдәре юлға сыҡты

Республика Йортонан Башҡортостан төбәктәренә күсмә медицина госпиталдәре юлға сыҡты

Республика Йортонан Башҡортостан төбәктәренә күсмә медицина госпиталдәре юлға сыҡты. 14 өр-яңы автокомплекс асҡыстарын баш табиптарға Радий Хәбиров тапшырҙы. Күсмә медицина комплекстары федераль бюджет аҡсаһына һатып алынған. Автомобилдәрҙең барыһы ла Рәсәйҙә етештерелгән. Комплекстарҙың икәүһе Өфөлә, ҡалғандары район үҙәк дауаханаларында эшләйәсәк. Күсмә комплекстар инфраструктураһы үҫешмәгән йәиһә үҙәктәрҙән алыҫ урынлашҡан ауылдарҙа медицина ярҙамын күрһәтеүгә иҫәпләнгән. Республика дауаханалары был юлы алты күсмә фельдшер-акушер пункты, флюорография комплексы һәм заманса махсус ҡорамалдар менән йыһазландырылған автомобилдәр алды. Табиптар хәҙер предприятиеларға барып , ауыл-ҡасабаларға сығып профилактика тикшереүҙәре, диспансериязация бурыстарын үтәй ала. Белгестәр ҙә, пациенттарға ла уңайлы шарттар ҡаралған. Был автобус үҙ эсендә бер юлы флюорограф менән маммографты берләштерә. Республикала был тәүге ошондай күсмә медицина комплексы. Бөгөн ул Мәләүез районына юллана.Мәләүез район үҙәк дауаханаһы табиптары ҡала һәм районда йәшәгән етмеш меңдән ашыу халыҡтың сәләмәтлеге һағында тора. Күсмә медицина комплекстары ауылдарға көн дә сыға. Медицина хеҙмәтләндереүе график буйынса бара.Быйыл республика медицина учреждениеларының автомобиль паркы байтаҡҡа яңырҙы. Дауаханалар ашығыс ярҙам хеҙмәтенә 37 автомобиль, 11 күсмә медицина комплексы, тәүге ярҙам звеноһы өсөн 185 автомобиль, паллиатив хеҙмәткә 12 машина алды. Заманса медицина ҡорамалдары менән йыһазландырылған күсмә госпиталь айырым шарттарҙа медицина хеҙмәтләндереүен тәьмин итеүҙең иң алдынғы ысулы.

Смотрите видео

--------------------------

Присоединяйтесь к каналу Башкортостан 24 в Дзен и будьте в курсе всех последних новостей и событий, происходящих в Уфе и Башкирии!

Мы предлагаем Вам свежие выпуски передач производимые холдингом ГТРК «Башкортостан».