Найти тему
Башҡортостан гәзите

Баймаҡ башлығы яугирҙәр янында

Баймаҡ районы халҡының дөйөм көс менән йыйған ылауы МХО-лағы яҡташтары янына барып етте. Уны район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев оҙатып барҙы. Был хаҡта ул үҙенең "Бәйләнештә"ге сәхифәһендә хәбәр итә. "Ике көн юлда, 2000 саҡрымдан ашыу юл үтелде. Һәм бына беҙ алғы сафта. Бында беҙ ҡыйыу яугирҙәребеҙ - яҡташтарыбыҙ менән осраштыҡ.Һәр яугир үҙенең ҡыйыулығы, тоғролоғо өсөн айырым хөрмәткә лайыҡ. Егеттәргә иҫтәлеккә бүләк итеп ҡул сәғәттәрен ҙур ихласлыҡ менән тапшырҙыҡ. Был сәғәттәр беҙҙең бергә көрәшеүебеҙҙе иҫкәртеп торасаҡ. Көслө рух һәм ҡаҡшамаҫ ихтыяр символына әүерелер, тип ышанам.Яугирҙәргә ярҙам итеүҙә ҡатнашҡандарҙың барыһына ла ысын күңелдән рәхмәтемде белдерәм. Һеҙ беҙҙең һалдаттарыбыҙға ышанған, уларға әхлаҡи һәм матди ярҙам күрһәткән барығыҙ ҙа.Бергәләп бөтә ауырлыҡтарҙы еңеп сыға һәм еңеү яулай аласаҡбыҙ", -тип яҙған Фәнис Ғәбдрәшит улы. Фото: Фәнис Әминевтең "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән