Бөгөн, 27 декабрҙә, Мәскәүҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Дәүләт Советы ултырышында ҡатнашты. Уны Рәсәй Президенты Владимир Путин үткәрҙе. Фекер алышыуҙың төп темаһы уҡытыусы һөнәренең ролен һәм абруйын күтәреү тип билдәләнде. - Иң йылы рәхмәт һүҙҙәрен уҡытыусыларға – яҙмышын Рәсәй граждандарының яңы быуыны үҫешенә арнағандарҙың барыһына ла еткергем килә. Нәҡ һеҙҙең хөрмәткә уҙып барған 2023 йыл Рәсәйҙә Уҡытыусы һәм остаз йылы тип иғлан ителде, - тине Владимир Путин, ултырышты асып. 2023 йылда уҡытыусыларҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса бер нисә закон ҡабул ителде, тип хәбәр итте Владимир Путин. Педагогик форумдар, һөнәри оҫталыҡ конкурстары географияһы һәм даирәһе киңәйҙе, тимәк, бөтә илдә уҡытыусыларҙың идеялары һәм эшкәртмәләре менән уртаҡлашыу өсөн мөмкинлектәр ҙә артты. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров журналистар менән әңгәмәлә республика кимәлендә Уҡытыусы һәм остаз йылының нисек үтеүенә йомғаҡ яһаны. - Беҙҙә һәр ваҡыт уҡытыусының абруйы ҙур булды һәм шулай булып ҡала. Уҡытыусылар хаҡында хәстәрлек күрергә, ҡайһы берҙә хатта ихтирам һүҙҙәрен генә еткерергә кәрәк, - тине Радий Хәбиров. - Башҡортостанда бик күп саралар уҙҙы. Беҙ уҡытыусыларыбыҙға һәм остаздарыбыҙға рәхмәт әйттек, дөйөм алғанда, яҡшы мөхит булдырҙыҡ. Шуныһы ҡыҙыҡлы – IX кластан һуң башланғыс класс уҡытыусыһы һөнәрен алырға теләгән уҡыусылар һаны арта. Конкурс ҙур, уҡыусылар уҡытыусы һөнәренең абруйлы була барыуын күрә.