Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы республика халҡын киҙеү менән сирләүселәрҙең артыуы тураһында иҫкәртә. Көйөргәҙе, Иглин райондарында һәм Күмертау ҡалаһында башҡа урындарға ҡарағанда күберәк ауырыйҙар. “Роспотребнадзор” идаралығы мәғлүмәттәре буйынса, уҙған аҙнала республикала 30 меңгә яҡын кеше грипп һәм киҫкен респиратор вирус инфекцияһы менән зарарланған, уларҙың һәр икенсеһе – бала. Әлеге ваҡытта республикала, тотош илдәге кеүек үк, А (H3N2) киҙеүе вирусы өҫтөнлөк итә, уны «гонконг» киҙеүе тип тә атайҙар. Эпидемиологтар киҙеүҙең был төрө башҡалары менән сағыштырғанда иң агрессив вирус һәм иң күп өҙлөгөүҙәр, үлем осраҡтары тап уға тура килә тип билдәләй. Эш шунда: А төркөмө вирустарының ҡурҡыныс үҙенсәлеге бар – улар организмдың һаҡлағыс механизмдарын урап үтеп, яңы шарттарға әүҙем яраҡлаша. Инфекция йылдам тарала. Төмән-Адлер поезында ял итеп ҡайтып барған 15 балаға ҡағылышлы хәлде иҫкә төшөрөү ҙә етә. Уларҙың бөтәһенә лә А киҙеүе диагнозы ҡуйылған. Ә бит балалар поезға ултырыр алдынан үҙҙәрен яҡшы тойған. Сирләүселәрҙең береһен – 12 йәшлек ҡыҙыҡайҙы ҡотҡара алмағандар. Бала поезда уҡ йән биргән. «Гонконг киҙеүе»нең инкубация осоро ҡыҫҡа. Сирҙең тәүге билдәләрен кеше вирус йоҡторғандан һуң бер нисә сәғәт үткәс һиҙеүе мөмкин. Һанаулы сәғәттәр эсендә инфекция тын юлдарының лайлалы тиресәһен зарарлай, һөҙөмтәлә бактериялар үтеп инеүгә уңайлы мөмкинлек барлыҡҡа килә. Хәл ҡапыл насарая: температура 39 градусҡаса, хатта унан да юғарыраҡ күтәрелә, тән һыҙлай, баш һәм мускулдар ауырта. Ваҡыт-ваҡыт күңел болғаныу һәм эс китеүе ихтимал. Икенсе көндө сир менән тымауға ҡоро йүткереү ҡушыла. Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы раҫлауынса, грипҡа ҡаршы иң һөҙөмтәле сара – вакцинация. Белгестәр киҙеү вирусының ниндәй төрө нығыраҡ тараласағын алдан фаразлай һәм ошо төрҙән һөҙөмтәле һаҡлай алырлыҡ вакцина эшләй. – Организмға вакцина индереү ауырыу тыуҙыра алмай. Ул һаҡланыу антиесемдәре эшләп сығарыу һөҙөмтәһендә иммун системаһын инфекция менән көрәшеү өсөн көйләй, – тип аңлата санитар табиптар. – Грипҡа ҡаршы вакцинаның һөҙөмтәлелеге ҡабул итергә мөмкин булған бөтә специфик булмаған медицина препараттарынан – мәҫәлән, иммуномодуляторҙар, витаминдар, гомеопатик саралар, «халыҡ медицинаһы» сараларынан юғарыраҡ. Грипҡа ҡаршы прививка айырыуса хроник сирҙәрҙән яфаланған балаларға һәм ололарға тәҡдим ителә, сөнки уларҙа сирҙән өҙлөгөү хәүефе юғары. Шулай уҡ табиптарға, уҡытыусыларға, студенттарға, хеҙмәтләндереү һәм транспорт өлкәһе хеҙмәткәрҙәренә вакцинация талап ителә. Прививканың ауырыу тарала башлағанға тиклем ике-өс аҙна алдан эшләнеүе яҡшыраҡ (беҙҙә ғинуарҙа, февраль башында үҫеш фаразлана, прививка эшләтергә өлгөрәбеҙ әле). Грипҡа ҡаршы прививка яһатыуға ҡаршы иҫкәрмәләр аҙ. Уны киҫкен биҙгәк, хроник ауырыуҙар көсәйгәндә, организмда йомортҡа аҡһымына һиҙгерлек артҡан осорҙа (әгәр ул вакцина составына инһә) яһарға ярамай. Фото: nedugamnet.ru