Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһендә (Ростех дәүләт корпорацияһының Берләшкән двигателдәр эшләү корпорацияһына инә) АЛ-41СТ-25 сәнәғәт двигателенең тәүге тәжрибә өлгөһөн ҡабул итеү-тапшырыу һынауҙары үтте. Сарала Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров, «Газпром» асыҡ акционерҙар йәмғиәте идараһы рәйесе Алексей Миллер, «Ростех» дәүләт корпорацияһының генераль директоры Сергей Чемезов, Берләштерелгән двигателдәр эшләү корпорацияһының генераль директоры Вадим Бадеха, «Берләшкән двигателдәр эшләү корпорацияһы - Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең идара итеүсе директоры Евгений Семивеличенко, «Газпром трансгаз Өфө» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры Шамил Шәрипов ҡатнашты. Республиканың Министрҙар Кабинеты етәксеһе билдәләүенсә, Өфө моторҙар эшләү берекмәһенең 100 йыллыҡ тарихында предприятие 50-нән ашыу төп һәм модификациялы авиация двигателе сығарған. - Улар 170 тиерлек төрҙә һәм самолеттарҙың модифик