Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Яңы йылда һәр кем мөғжизә көтә

Һәр баланың күңеле аҡ ҡағыҙ кеүек: тормошондағы барлыҡ хәл-ваҡиғалар унда уйылып ҡала. Өҫтәүенә бәләкәстәрҙең һәр береһе мөғжизәгә ышана. Бигерәк тә Яңы йылды тап шуның өсөн дә улар көтөп ала. Өлкәндәр ҙә был байрамды матур, сағыу һәм һәр ҡыҙҙың, малайҙың күңел “янсығы”нда мәңгелеккә уйылып ҡалырлыҡ итеп үткәрергә тырыша. Бына ошондай байрам бөгөн Красноусол ауылында ойошторолдо. Ҡыҙҙар һәм малайҙар башлыҡ шыршыһына йыйылды. – Барығыҙҙы ла етеп килгән Яңы йыл менән ҡотлайым. Ул һеҙгә яңы бәхеттәр, сәләмәтлек, шатлыҡ-ҡыуаныстар килтерһен, – тине Ғафури районы хакимиәте башлығы Фәнзил Фәйез улы Сыңғыҙов. – Балалар – ул беҙҙең киләсәгебеҙ, таянысыбыҙ. Һеҙ өлкәнәйергә артыҡ ашыҡмағыҙ, сөнки был мәл былай ҙа бик тиҙ үтә. Белем алырға ынтылығыҙ, уҡытыусыларығыҙҙы тыңлағыҙ. Фәнзил Фәйез улы уҡыуҙа алдынғы, спорт ярыштарында, мәҙәни бәйге-сараларҙа призлы урындарға лайыҡ булған, ғөмүмән, төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнашҡан бер төркөм балаларға бүләктәр тапшырҙы. Улар араһында Красноусол ауылындағы 2-се урта дөйөм белем биреү мәктәбенең V класы уҡыусыһы, уҡыу алдынғыһы, математика буйынса Бөтә Рәсәй уҡыусылар олимпиадаһының муниципаль этабында еңеүсе, ошто уҡ сараның рус теле буйынса бәйгеһендә призлы урын яулаусы Юлиә Ғөбәйҙуллина бар ине. Красноусолдағы 1-се урта дөйөм белем биреү мәктәбенең IV класы уҡыусыһы Амалия Алтынбаева ла яҡшы билдәләргә генә өлгәшә. Ул спорт менән дә дуҫ: “Забег.рф” ярыштарында – беренсе, Өфө саңғы марафонында икенсе урынға сыҡҡан. Красноусолдағы 3-сө дөйөм белем биреү мәктәбенең VII класында белем алған Илдар Йомағолов иһә спорт туризмы менән шөғөлләнә. Республика ярышында икенсе урын яулаған. Ул тағы уҡыу алдынғыһы, төрлө олимпиадаларҙа даими ҡатнаша. Тағы Ғафури районы хакимиәте башлығы ҡулынан байрам бүләген Ҡәҙриә Мөхәмәтова, Розалия Ишмырҙина, Илфат Хөсәйенов, Артур Ғафаров һәм башҡалар алды. Ошо уҡ көндө Ғафури районы хакимиәте башлығы Фәнзил Сыңғыҙов, уның социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Зөһрә Әхтәмова Ҡарһылыу һәм Ҡыш бабай менән бергә район ауылдарындағы һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар йәшәгән йорттарға барып Яңы йыл бүләктәрен тапшырҙы. Уларҙың һәр береһе өсөн был көн үҙенә күрә бер мөғжизәгә әүерелде. “Беҙгә Ҡыш бабай килде! – тип ҡысҡырып ебәрҙе уларҙы күргәс Илфат Вәлиев. – Ҡарһылыуы ла бар икән! Ҡалай матур кейенгәндәр. Матур бүләк тә алып килгәндәр”. Шул тиклем ихлас, аралашыусан малай үҙенә бирелгән ҡапсыҡты ҡыҙыҡһынып ҡарай ҙа башланы. Һеңлеһе, бер йәшлек Наҙгөл дә был матур мәлде ситтән шым ғына ҡыҙыҡһынып күҙәтте. ”Ағайҙары Илнар Нияз Мәжитов исемендәге башҡорт гимназия-интернатының Х класында уҡый. Әлегә ул мәктәптә. Атайыбыҙ Илшат Фәрғәт улы эштә”, – тине өс бала әсәһе Әлфинур Нур ҡыҙы. Шулай итеп, Вәлиевтәргә һәм башҡа ғаиләләргә бөгөн байрам рухы инде. Ошондай матур саралар барышында беҙ ҙә Ғафури районы хакимиәте башлығы Фәнзил Фәйез улы Сыңғыҙовҡа “Башҡортостан” гәзите редакцияһы менән даими хеҙмәттәшлек иткәне, матбуғат менән даими дуҫ булғаны өсөн Рәхмәт хатыбыҙҙы тапшырҙыҡ. Ғафури районы хакимиәте башлығы Фәнзил Фәйез улы Сыңғыҙовҡа, район хакимиәте вәкилдәренә, бөгөн матур бәүләктәргә лайыҡ булған балаларға һәм һәммәһенә лә киләһе Яңы йылдың бары шатлыҡ-ҡыуаныстар, бәхет, уңыштар килтереүен генә теләйбеҙ. Донъябыҙ тыныс булһын, имен-һау йәшәргә яҙһын! Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.